Горизонталь буйынса: 4. Район гәзиттәре журналистары араһынан Ш. Хоҙайбирҙин премияһының беренсе лауреаты. 7. “Йәшәү йәме — (...)тә, тәме — ҡартлыҡта”. 8. Ҡарама (...)кә, ҡара йөрәккә. 9. Ауыҙҙан иң “алыҫ” урынлашҡан тән өлөшө. 11. Йәш баланың түбә ҡапҡасындағы ҡатып өлгөрмәгән ере. 14. Был халыҡ ҡарҙың һикһәнләп төрөн айыра белә. 18. Ҡатайҙар тарихында үтә ныҡ төпсөнгән Силәбе өлкәһенең Өфөлә йәшәгән Әсләме. 21. Алланың ярлыҡауын һорап, доға ҡылдырып биргән нәмә. 22. Башҡортостан журналистары араһында “бөгөнгө мәғарифҡа бер ҡарашлы”, Берҙәм дәүләт имтиханына ҡаршы сыҡҡан Сәлимйән. 23. Шешәгә йыш ҡараған сәрхүштең “шөғөлө”. 24. Ипкә килгәндә, тәртипләнгәндә ҡайҙа инәләр? 25. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаға бәйле яңылыҡ, мәғлүмәт. 26. Шаман. 28. Факультеттың штабы. 30. Өйөргә ҡушыу өсөн өлгөрөп етмәгән йәш айғыр малына оҡшаған өйләнмәй йөрөгән йәш егет. 31. Халыҡ алдында абруй ҡаҙанған оло йәштәге ир кеше. 32. Химик составы иң ябай булған аҫылташ. 33. Эйфель башняһының күсермәһе торған Рәсәйҙәге баш ҡала. 34. Уның ҡатыны күркәм күренә, ә тауығы — күркәләй.
Вертикаль буйынса: 1. Беҙҙең авторҙар араһындағы Зәйнулла. 2. Һүҙһеҙ аңлатыу өсөн яһалған төрлө ҡул, баш хәрәкәте, ым. 3. Крахмалға шәкәр, емеш һуты ҡушып ҡайнатҡан эсемлек. 5. Төньяҡ диңгеҙҙәре балығы. 6. Көрән, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы. 10. Һаңғырау үҫемлек. 12. Бер нәмәнең төп мәғәнәһе, асылы. 13. Хәҙерге шарттарға тура килмәгән, элеккенән һаҡланған ҡараш, йола. 15. (...)ләр ер бауырлап осһа — тиҙ үтмәле һалҡын ямғырға, бейектә осһа аяҙға һәм эҫегә булыр. 16. Дөйөм берәр эш, кәрәк өсөн халыҡтан йыйылған ярҙам. 17. Журналистың үткер яҙыу һәләте, ижад оҫталығы. 19. Байыу маҡсаты менән эшләнгән намыҫһыҙ, бысраҡ эш. 20. Балеттың йырлы “әшнәһе”. 24. Нимәнеңдер тәьҫиренән килгән насар һөҙөмтә. 27. Кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың атай йортонан оҙатылғанда ата-әсәһенә, туғандарына үпкәһен, зарын белдереп йырлаған хушлашыу йыры. 28. Берәй дәүләттең хөкүмәтенә ҡарата булған дипломатик сара. 29. Саң. 30. Бөртөклө ашлыҡтың муштрала “ҡулланыла” торған һабағы.