Әбйәлил районының Амангилде ауылы халҡы “Башҡортостан” гәзитен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Әлбиттә, бында почта бүлеге етәксеһе Гөлйөҙөм Кирәеваның хеҙмәте ҙур. Яҡшы хужаның йортонан кеше өҙөлмәй, тигәндәй, беҙ килеп төшкәндә лә почта бүлексәһендә кешеләр ҡайнаша ине.
Өмөкамал Баязитова, Рәхимә Исхаҡова, Латифа Мостафина, Сәриә Әхмәтйәнова апайҙар гәзит-журналға яҙылырға тип килгән икән.
— Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыйбыҙ, — ти улар. — Уның биттәрендә беҙҙе борсоған мәсьәләләр күтәрелә, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҡәләләр донъя күрә. “Башҡортостан” беҙҙең ғаилә дуҫына әүерелде.
Гөлйөҙөм Кирәева беҙҙе тағы бер хәбәр менән ҡыуандырҙы: Амангилде урта мәктәбе уҡытыусылары ла “Башҡортостан”ға бөтөн коллектив менән яҙылған икән. Афарин, амангилделәр! Әбйәлилдең башҡа мәктәптәре лә һеҙҙән үрнәк алыр, моғайын. Ә гәзитебеҙ дуҫлыҡҡа һис ҡасан да хыянат итмәйәсәк!
С. ӘБҮЗӘРОВ.
Әбйәлил районы.