Бәйләнеште өҙмәйек29.09.2012
Гәзит-журналға яҙылыу декабрь урталарына тиклем дауам итә. Әммә ваҡыт бар әле йәки өлгөрөрмөн тип, “Башҡортостан”ға яҙылыуҙы һуңғы көнгәсә кисектермәһәгеҙ ине.
Киләһе йыл өсөн баҫмабыҙҙың хаҡы бер аҙ артты — ярты йылға 706 һум 32 тин, ә аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡаны (31805 индекслыһы) — 146 һум 64 тин. Хаҡ күтәрелеүҙе тәбиғи хәл булараҡ ҡабул итәйек. Әгәр аҡса яғы наҡыҫ икән, башта өс айға яҙылырға ла мөмкин.
Бынан тыш, "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһының филиалы — Башҡортостан Республикаһы почта элемтәһе идаралығы 11 октябрҙән 21-енә тиклем “Матбуғатҡа яҙылыусылар ун көнлөгө”н үткәрә. Ошо осорҙа беҙҙең гәзиткә лә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып буласаҡ. Был мөмкинлектән дә файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ.
Йәнә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан” гәзитенең аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына (50600 индекслыһы) яҙылыусылар квитанцияны редакцияға ебәргән осраҡта, бүләккә “Башҡортса дини календарь” аласаҡ.
Үкенескә ҡаршы, күптәрҙең аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан йома һанына ғына яҙылыуы күҙәтелә. Һөҙөмтәлә улар башҡа көндәрҙә донъя күргән, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләрҙе, файҙалы кәңәштәрҙе уҡыуҙан мәхрүм ҡала. Баҫмабыҙ көн дә килһен тиһәгеҙ, аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылырға кәңәш итәбеҙ.
Йортоғоҙға яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киосктары аша "Башҡортостан" гәзитенә яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы — алты айға 540 һум. Был осраҡта баҫма юғалмаясаҡ һәм үҙегеҙ теләгән ваҡытта килеп аласаҡһығыҙ.


Вернуться назад