Һәр һумдың урыны бар29.09.2012
Быйыл Башҡортостанда дөйөм белем биреү өлкәһен яңыртыу өсөн федераль ҡаҙнанан 2 миллиард 133 миллион һум аҡса бүленде.

Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың әйтеүенсә, был сумма кабинеттарҙы, мәктәп ашханаларын йыһазландырыуға, уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн транспортҡа, китапханалар фондын тулыландырыуға, дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреү, дистанцияла уҡытыуҙы ойоштороу, энергияны һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу, биналарға капиталь ремонт үткәреү өсөн тотонола. Йыл аҙағына ҡәҙәр 400 мәктәптә компьютер кластары асыу, дәрестә мәғлүмәти-коммуникация технологияларын ҡулланған 18 мең педагогты ноутбук менән тәьмин итеү күҙаллана. Ғөмүмән, федераль ҡаҙнанан алынған субсидияның күләме буйынса Башҡортостан илдә дүртенсе урында бара.
Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса иһә уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә уның күләме 18 мең 427 һумға еткерелгән.
— Күптән түгел федераль ҡаҙнанан тағы ла 70 миллион 360 мең һумдан ашыу субсидия бүленде, — ти Әлфис Суфиян улы. — Был аҡса яңы асылған балалар баҡсаларын йыһазландырыуға тотоноласаҡ.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.

Ғарифулла ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
— Федераль ҡаҙнанан килгән аҡсаның 22 миллион һумдан ашыуы райондың мәғарифын үҫтереүгә бүленде. Һөҙөмтәлә ҡаланың 5-се гимназияһына капиталь ремонт яһалды, ике автобус алдыҡ, мәктәп китапханаларын 1 600 мең һумлыҡ дәреслек, әҙәби әсбап менән тулыландырҙыҡ. Шулай уҡ белем биреү учреждениеларының медицина блоктарын, спорт залдарын йыһазландырҙыҡ. Ғөмүмән, ярҙам ифрат ҙур булды.


Вернуться назад