Өфөлә “Рәсәй төбәк энциклопедистикаһының тарихи тәжрибәһе, уның үҫешендәге көнүҙәк мәсьәләләр” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы булды.
Быға тиклем ошондай саралар Санкт-Петербург, Ҡазан, Чебоксар ҡалаларында үткәйне. Әлегеһе ете томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы”н тамамлауға бағышланды.
— Республикабыҙҙы донъяуи кимәлдә лайыҡлы танытырҙай, киң мәғлүмәткә эйә ҙур хеҙмәт башҡарылды, — тине конференцияны асыу мәлендә Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин.
Пленар ултырышта доклад менән сығыш яһағандарҙың барыһы ла төбәктең “йөҙө” булған энциклопедияларҙы әҙерләүгә һәр яҡлап ҙур иғтибар бүлеү кәрәклеген билдәләне. “Был хеҙмәт аша ошо ер хаҡында тулы, аныҡ мәғлүмәт алыу, уны донъя кимәленә сығарыу, инвестицияны арттырыу мөмкинлеге асыла”, — тигән фекерҙә улар. Китаптың етди ғилми тикшеренеүҙәр нигеҙендә төҙөлөргә тейешлеге, был эшкә һәр тармаҡтан белгестәр йәлеп итеү, энциклопедия сығарған учреждениеларҙың сайттарын булдырыу, төбәктәр араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, даими тәжрибә уртаҡлашыуҙың мөһимлеге кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Кисә “Башҡорт энциклопедияһы”ның етенсе томы нәшер ителеү айҡанлы исем туйы үтте, ә “түңәрәк өҫтәл”дә ғилми форумға йомғаҡ яһалды.
Д. ИШМОРАТОВА.