Һаҡланған һаулыҡҡа туйған08.12.2011
Һалҡындар башланыу менән эргә-тирәбеҙҙә йүткергән-сөскөргән кешеләрҙең артыуына күнеккәнбеҙ. Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе менән күбебеҙ мыш-мыш танауын тарта, күҙҙәр йәшләнә башлай. Күп осраҡта быға киҙеү тейеү сәбәп.
Белгестәр әйтеүенсә, йыл һайын Рәсәй халҡының 90 проценттан ашыуының грипп йәки киҫкен вируслы инфекция йоҡтороп ауырыуын билдәләйҙәр. Табиптар миҙгелгә хас сирҙәрҙең таралыуын даими иҫкәртә, һаҡланырға кәңәш итә, әлбиттә. Әммә уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға ғына ашығып бармайбыҙ. Һаулығыбыҙға бармаҡ аша ҡарауыбыҙҙың һөҙөмтәһе билдәле: киҙеү аяҡтан йыға, тән температураһы күтәрелеп, сәсрәп сирләйбеҙ.
Әле республикабыҙҙа киҫкен вируслы инфекцияға бәйле хәл нисек һуң?
Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығының эпидемия күҙәтеүе бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шаһиева әйтеүенсә, республикала 20 ноябрҙән алып 4 декабргә тиклем вируслы инфекция йоҡтороп 16 378 кеше ауырыған. Етмәһә, сирләүселәр һаны, унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда, 1,8 процентҡа артҡан. Әммә әлегә был күрһәткес эпидемик сиктән 37,9 процентҡа түбән. Шуға ҡарамаҫтан, хәүефләнергә урын бар, сөнки балалар һәм үҫмерҙәр араһында ауырыусылар күп теркәлгән. Ошо осорҙа 11 760-ына киҫкен вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған. Табиптар әйтеүенсә, өлкәндәр араһында, киреһенсә, ауырыу осраҡтары кәмегән.
Әлегә грипп диагнозы менән теркәлеүселәр юҡ. Белгестәр миҙгелгә хас сирҙәрҙең февраль, март айҙарында таралыуы ихтималлығын билдәләй.
Сирҙән һаҡланыуҙың ябай ғына сараларын үтәргә кәңәш итәләр. Мәҫәлән, һауа торошона ярашлы кейенеү мотлаҡ. Ҡулды йыш йыуып тороу ҙа, танау ҡыуышлығын тоҙло һыу менән сайҡатыу ҙа ярҙам итә. Шулай уҡ халыҡ күп урында булмаҫҡа тырышырға кәрәк.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Вернуться назад