Ярҙамсыл кешеләр17.11.2011
Беҙҙең ауылда уларҙан да ярҙамсыл, киң күңелле әҙәм заты юҡтыр ул. Ысын! Бер ҙә шаштырмайым. Донъя малы, байлыҡ уларға бар ни, юҡ ни. Бөгөнгөһөнә Хоҙайға шөкөр итеп кенә йәшәйҙәр. Матур сифат был. Дөрөҫ эшләйҙәр ҙә, үтәр ғүмер өсөн артығы нимәгә! Барыбер бөтәһе лә тороп ҡала. Бүтәндәр кеүек, аҡса тип үлеп бармайҙар.
Шуға ла эше, йомош-фәләне килеп сыҡҡан әҙәмдәр иң тәүҙә уларға йүгереп бара. Аҙбарҙа тиреҫ йыйылып киткәнме, урамды таҙаларға кәрәкме йәки бөткәнме шунда башҡа эш. Ирле-ҡатынлы бер ниҙән дә сирҡанып тормай, емертеп йөрөп эшләйҙәр. Бер ҡасан да, ваҡыт юҡ бит әле, бушамайым, тип баш тартмайҙар. Үҙҙәрен өйҙә генә тап итеү шарт. Бәй, шундай кешеләр бөтәһенә лә кәрәк бит. Башы еткәндәре ике-өс көн алдан әсе-сөсөһө менән һыйлап, күңелен күреп, сират алып ҡуя.
Бөгөн бирге остағы Раҡия әбей уларҙың өйөнә ҡарай юлланды. Әбей ике-өс таҡтанан ҡоршалған ҡапҡаны асырға маташҡан ыңғайға, уныһы бәйләп ҡуйған бауынан ысҡынып, дөбөр-шатыр саҡ өҫтөнә ауып төшмәне, ярай тотоп өлгөрҙө. Ихата тулып ятҡан “һыйыр ҡоймаҡтарын” әрәм итеп ҡуймайым тип, һаҡ-һаҡ баҫып, әбей өйгә инде. Ишек шар асыҡ. Бер кем дә юҡсы! “Үҙҙәре кеүек бөтә донъялары ла шар асыҡ” тип уйлаған әбей кире боролорға торғанда ғына, мейес артындағы карауат шығырҙағаны ишетелде. Оҙаҡ йоҡлауҙан шешенеп, күҙҙәре ҡыҫылып, сәсе-башы өлтәйеп бөткән ир менән ҡатын саҡ йоҡонан тороп килә ине. Әбейҙе күргәс, ире, кирелеп-һуҙылып:
— Кисә Ғосмандарҙың аҙбарын таҙартҡайныҡ, арытылған, — тине.
— Күберәк тә булған шикелле. — Нимәгәлер өмөт итеп башын тотто ҡатыны. — Емерелеп килә.
— Туғанҡайҙарым, бәрәңгемде сүп баҫып киткән бит әле, — тип йомошон әйтте әбей.
— Хәҙер уны. — Улар арлы-бирле бит-ҡулдарын сайыштырҙы ла әбейҙең артынан эйәрҙе.
Өйгә ҡайтып, әбей һыуытҡыстан бер шешә сәмәйен, аҙыҡ-түлеген килтереп сығарғас, ярҙамсыл кешеләрҙең күҙҙәре бәзләп китте. Ашап-туйып, бер сама “дауаланып” алғас, улар дәртләнеп эшкә тотондо. Эй, бөтмөрҙәр ҙә инде. Һә тигәнсе бәрәңге баҡсаһын таҙалап сыҡтылар, ҡортҡа ағыу һиптерҙеләр. Ул арала ара-тирә “әжәл дарыуын” тәмләп алырға ла онотманылар. Унан бисәһе өйҙөң иҙәнен йыуып сығарҙы, ире урам тирәһен һепереп алды.
Йәштәр йәштәр инде. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Анау тиклем эште бер нисә сәғәт эсендә емертеп эшләне лә ҡуйҙылар. Әбейҙең күңеле булды.
— Һай, рәхмәт яуғырҙары, ҡулдарығыҙҙан ҡыуанығыҙ, — тине. — Үҙегеҙҙең бәрәңгене лә ҡорттан ашатып бөтөрмәһәгеҙ, урамығыҙҙағы мал тиҙәген, иҫке-моҫҡо аяҡ кейемдәрен, сепрәк-сапраҡты, кәрәкмәгән һауыт-һабаны таҙартып, әбрәкәйегеҙҙең ҡутарылып төшкән ишеген рәтләп ҡуйырға ҡулығыҙ етһә, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине. Кешегә ярҙам итеп йөрөп ваҡытығыҙ ҙа ҡалмай торғандыр инде...
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад