Бәйләм оҫтаһы Гөлнур Ғәлиуллина менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған “Алтын ҡулдар” күргәҙмәһендә таныштыҡ. Шәлдәренең үҙенсәлекле биҙәктәре, сифаты күптәрҙең күңеленә хуш килде. Оҫтабикә үҙе лә яғымлылығы менән арбаны.
— 67-лә булһам да, үҙемде 45–50 йәштә тип хис итәм. Ҡартлыҡты кисектерер өсөн 15 йыл буйы һәр кис йоҡо алдынан һалҡын һыу менән ҡойонам, аҙна һайын шифалы мунса инәм. Бәйләм бәйләү иһә быуындар өсөн файҙалы, үҙенә күрә массаж,— ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Энә тотмаған көнө юҡ уның. Телефондан һөйләшһә лә, телевизор ҡараһа ла, тилбер бармаҡтары эшһеҙ тормай: йә бәйләй, йә мамыҡ аялай. Илдә тауарға ҡытлыҡ булған осорҙа бар кейем-һалымды үҙе бәйләп кейгән. Күҙ нурын, ҡул йылыһын ҡушып бәйләгән бейәләй, ойоҡбаш, шәл һәм кофталарын хәҙер ҙә яҡындарына ихлас өләшә.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы үҙенсә рекорд ҡуйырға ла өлгөргән: бер йылда 23 шәл бәйләгән!
— Мәктәптән һуң Мәскәү пединститутына уҡырға индем. Бәләкәйҙән атайһыҙ үҫтем. Әсәйемә сирле ҡустым менән икебеҙҙе ҡарауы еңел түгеллеген аңлап, үҙ йүнемде үҙем күрергә тырыштым. Юғары стипендия алып уҡыным, уныһы йәшәргә, кейенергә етте. Тыуған Башҡортостанға ҡайтырға юл сығымын ҡаплар, бүләк һәм күстәнәс алыр өсөн ойоҡбаш, бейәләй, шәл бәйләп һаттым, — тип хәтерләй ул ҡулына тәүге тапҡыр энә алған мәлен.
Бөгөн Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы табыш түгел, күберәк күңел кинәнесе алыр өсөн бәйләй. Ул белгән биҙәктәрҙең ниндәйе генә юҡ. Ҡайһы берҙәрен элек эш менән сит төбәктәргә барған саҡта өйрәнгән, журналдарҙан отоп алған, күбеһен үҙе уйлап тапҡан.
— Шәл бәйләү иң тәүҙә мамыҡ һайлауҙан башлана. Баҙарҙан иң сифатлыһын ҡарап алам. Шәлде һатып алған кеше рәнйемәһен, рәхмәт әйтеп, ҡыуанып ябынһын, — ти алтын ҡуллы ханым.
Оҙаҡ йылдар логопед-дефектолог булып эшләгән, Стәрлетамаҡ пединститутында логопедтар әҙерләгән педагогка бөгөн дә күп ата-әсә ярҙам, кәңәш һорап килә.
— Балаларға ярҙам итә алыуымды, кешеләргә кәрәкле булыуымды тойоу миңә ҙур көс бирә, — ти Гөлнур Ғәлиуллина.
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һарайы методисы.