Ғүмерҙең моңһоу миҙгеле — ҡартлыҡтың бик иртә, һис көтмәгәндә ишегегеҙҙе шаҡыуы ихтимал, хәйер, уның ҡайҙалыр “аҙашып” йөрөп, һуңға ҡалыуы ла мөмкин бит әле. Мәңге йәш, ҡыйыу, көслө, матур көйө һаҡланып булмай — тормош ҡанундары шулай ҡоролған, әммә ваҡытынан алда ҡартайыуҙы иҫкәртеп була, тип дәлилләй белгестәр.
Күңел тыныслығы, сәләмәтлек, физик әүҙемлек, дөрөҫ туҡланыу — бәхетле ҡартлыҡ һәм оҙон ғүмерҙең нигеҙе, тип өҫтәй ғалимдар. Шулайҙыр, юҡҡа ғына боронғо Римда 112 йыл йәшәп вафат булған кешенең ҡәберенә: “Ул сама менән ашаны, эсте, йәшәү ҡәҙерен белде”, тип яҙмағандарҙыр.
Тормош булғас, барыһын да алдан үлсәп, “самалап” ҡына эшләп, “самалап” ҡына яратып, “сама” менән генә ҡайғырып-көйөп тә булмай бит әле. Донъяның барлыҡ ауырлығын иңендә күтәргән, һуғыш михнәттәрен кисергән, илде аяҡҡа баҫтырыуҙа алһыҙ-ялһыҙ эшләгән фанатик быуын алдында бурысыбыҙ ғүмерҙә лә түләп бөтмәҫлек кеүек.
Өфө ҡалаһының оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән йорт-интернатына аяҡ баҫыр алдынан “уларҙы бында ниндәй яҙмыш елдәре ташланы икән”, “яңғыҙлыҡ, таянысһыҙ ҡартлыҡ ниндәй аяныслы” тигән уйҙарҙың башыбыҙҙа ирекһеҙҙән сыуалыуын да йәшермәйбеҙ.
“Өлкәндәр әүәлгесә социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрҙең береһе булып ҡала... Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылда ла пенсияны арттырырға вәғәҙә бирә, әммә беҙгә лә уларҙың тормошон еңеләйтеү хаҡында ныҡлап уйларға кәрәк. Беҙ әлегә ике яңы алым таптыҡ — “Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты”н һәм социаль туризм программаһын күҙ уңында тотам”.
(Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенән).
Төрлө ғибрәтле яҙмышлы кешеләр менән аралашҡандан һуң, шуны аңланыҡ: кеше олоғайыуҙан ҡурҡһа ла, үҙе шунда нисек тә барып етергә тырыша, берәүҙең дә йәшлектә “айырылып” ҡалғыһы килмәй. Һәр беребеҙҙе сәләмләп, һаулыҡ һорашып торған ихлас инәйҙәрҙе, бөхтә, шаян ағайҙарҙы күреп күңел күтәрелде.
— Ошо күркәм, йылы йортҡа килеп эләгеүемә ифрат шатмын, — тине Белорет районында тыуып үҫкән Михаил Андриянов. — Йәшәү шарттары ҡарттарҙың ихтыяжына, талаптарына тулыһынса яуап бирә. Күберәк төҙөлһә ине ошондай юғары кимәлдәге социаль йорттар, — тигән теләген дә белдерҙе ул.
Ғүмер буйы слесарь, ағас ярҙырыусы һөнәрҙәрен башҡарған икенсе группа инвалиды үҙе кеүек 233 кешене тәрбиәләгән интернат хеҙмәткәрҙәренә бик рәхмәтле.
Төрлө холоҡло, төрлө яҙмышлы өлкәндәрҙе үҙенә һыйындырған йорт бер үк режим һәм тәртип менән йәшәһә лә, һәр кемдең үҙе теләгән аш-һыуҙы әҙерләүе, ял итеүе, шөғөлдәре өсөн шарттар бар. Оло ғаилә тормошо ҡырмыҫҡа иләүендәй гөж килә. Ҡайһы берәүҙәрҙе туғандары ялға алып ҡайта, икенселәре янына балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хәл белешергә килә. Театр тамашаларын, концерттарҙы ҡарарға мөкиббән өлкәндәрҙе махсус автобустың йөрөтөүе лә уңайлы. Рәсәйҙең ат спорты буйынса атҡаҙанған тренеры, СССР-ҙың спорт мастеры Николай Юрченко буш ваҡытын әүәлгесә “Аҡбуҙат” ипподромында үткәрергә әүәҫ. Инәйҙәр йәй етеү менән биләмәлә сәскә үҫтереү менән шөғөлләнә, ғөмүмән, улар буш ваҡытты нисек үткәрергә тип һис аҙапланмай. Ололар ҡарамағында — төрлө медицина процедуралары, китапхана, телевизор, бильярд, тренажер залы, буфет һәм башҡа көнкүреш, ял итеү уңайлыҡтары. Байрамдарға үҙҙәре дәртләнеп концерт әҙерләргә тырыша. Шашка-шахмат турнирҙары үтеп тора. Хеҙмәт терапияһы ла — ололар өсөн яҡшы дауа, ваҡытты файҙалы, йөкмәткеле итеү ысулы.
Интернатта ҡәҙимге тормош дауам итә, ғаилә ҡороп, яңғыҙлыҡ ҡулсаһын еңеп сыҡҡан ҡыйыуҙар ҙа етерлек. Әлегә бында бер-береһен эҙләп тапҡан бәхетле 14 пар йәшәй.
Дүрт ҡатлы, заманса архитектуралы, ялтлап торған бинаның күркәмлеге хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Ҙур әһәмиәткә эйә, ифрат оло бурысты йөкмәгән интернат коллективы. Туҡһан йәште уҙған һигеҙ кешенең, коляскала хәрәкәт иткән 70 инвалидтың булыуын иҫәпкә алыу ҙа эш күләменең ниндәй киң ҡоласлы икәненә ишаралай.
Һуңғы осорҙа ғына биш-алты кешене туғандары, балалары үҙҙәренә ғүмерлеккә алып ҡайтып киткән. 80 йәшлек инәйҙе яңыраҡ Канадала йәшәүсе ҡыҙы үҙ янына алған. Вазифа инәйҙе юллап, Балтастағы туғандары килгән.
— Дүрт йылға яҡын эшләү осоронда ниндәй генә яҙмышлы инәй-бабайҙар менән осрашылманы. Уларҙың ошо йортҡа килеп эләгеүендә кемделер ғәйепләргә тырышырға ярамай, сөнки сәбәбе күп төрлө, донъя көтөүе ҡатмарлы. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 98 йәшлек Мәликә инәйҙең яҙмышы бер кемдекенә лә оҡшаш түгел, бала-сағаһы юҡ. Танылған тренер Николай Юрченкоға беҙҙә йәшәү ҡулай, уның Булгаков ҡасабаһында йәшәгән ҡыҙына артыҡ йөк булғыһы килмәй, өҫтәүенә көн дә яратҡан аттары янына барып әйләнмәһә, күңелһеҙ.
Фатирҙың ҡыҫынҡылығы, йәшәү шарттарының уңайһыҙлығы арҡаһында интернатты хуп күреүселәр ҙә етерлек. Һеҙҙең яңы танышығыҙ Михаил Сергеевич ғаиләһенең тарҡалыуы, йортһоҙ ҡалыуы һөҙөмтәһендә беҙҙең тәрбиәгә килеп юлыҡты, — тип һәр кем тураһында йылы һүҙҙәрен еткерергә тырышты йорт-интернаттың социаль эш буйынса белгесе Раушания Нурғәлиева.
Оло йәштәгеләр көнөнә бында дәррәү әҙерлек бара. Берҙәмлек, дуҫлыҡ бар ерҙә шатлыҡ та бар. Һәр хәлдә зауыҡ менән йыйыштырылған яҡты бүлмәләрҙә яңғыҙлыҡтың ҡара шәүләһен дә, һағышлы йөҙөн дә күрергә насип булмауына ысын күңелдән һөйөндөк. “Һау булығыҙ, иҫән-аман йөрөгөҙ!” — тип изге теләктәр менән оҙатты беҙҙе көләс йөҙлө, аҡ яулыҡлы инәйҙәр.
Динә АРЫҪЛАНОВА