Һеҙҙе Оло йәштәгеләр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Республикабыҙҙың социаль-ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни үҫешендә “Башҡортостан” гәзитенең әһәмиәтле урын тотоуында, һис шикһеҙ, һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙә баһалап бөткөһөҙ. Туған телен, халҡын, уның тарихын, күренекле шәхестәрен ихтирам иткән, көслө рухлы быуын тәрбиәләүҙә һәр саҡ беҙгә яҡшы өлгө, маяҡ булдығыҙ. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлеккә, яуаплылыҡ тойғоһоноң юғарылығына көнләшерлек!
Бөгөн дә матбуғат ветерандарының гәзиттең яҡшы традицияларын һаҡлауҙа һәм йәш ҡәләмдәштәребеҙгә тапшырыуҙа кәңәшсе, фекерҙәш булыуына рәхмәтлебеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, йортоғоҙға именлек, бәрәкәт теләйбеҙ.
“Башҡортостан”дар.