Ҡотлайбыҙ!29.09.2012
Хөрмәтле ветерандар!
Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Башҡортостанда был көндө тыуған республика һәм ил өсөн бөтә көсөн биргән оло быуынға ҙур ихтирам күрһәтеү яҡшы йолаға әүерелде.
Беҙ совет кешеләренең хәрби һәм хеҙмәт батырлығын, фашистик Германияны һәм милитаристик Японияны еңеүгә индергән өлөшөн рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.
Башҡортостан Республикаһы Президенты республика ойошмаһының 25 йыллығы айҡанлы ҡотлауында төбәгебеҙҙең ижтимағи-сәйәси үҙәген үҫтереүгә, ветерандар хәрәкәтенең абруйын күтәреүгә, йәш быуынға тәрбиә биреүгә ғәйәт күп көс һалған ветеран ойошмаларының эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙар алдындағы әхлаҡи бурысы хаҡында онотҡан, ветерандар тураһындағы ҡануниәтте үтәмәгән һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо мәсьәлә буйынса йыллыҡ тәҡдимдәрен иғтибарға алмаған төрлө етәкселәр әлегә байтаҡ.
Беҙ ветеран ойошмаларын урындарҙағы халыҡты социаль яҡлау органдары, пенсия фонды бүлексәләре, профсоюз ойошмалары менән берлектә оло быуындың тормошон еңеләйтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырабыҙ. “Һәр ветеранға иғтибар һәм ярҙам” тигән девизыбыҙ үҙ көсөндә ҡала.
Ошо байрам көнөндә Һеҙгә, ҡәҙерле иптәштәр, ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, әүҙем тормош, күңел көрлөгө һәм бәхет теләйбеҙ.
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советы;
Башҡортостандың һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты.