Йондоҙнамә. 1 — 7 октябрь29.09.2012
Был аҙнала Юпитер хәрәкәте яйға һалынып, йәмғиәттең тормошона йоғонто яһар. Һәр кем үҙенең урынын эҙләр. Мәҫәлән, “белем етмәй” тип иҫәпләүселәр уҡырға тотонор, кемдәрҙер сәйәси яҡтан әүҙемләшер. Шулай ҙа ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ.
Дүшәмбе – ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү өсөн уңайлы көн. Эшлекле даирәлә артыҡ әүҙемлек күрһәтмәгеҙ. Шишәмбе — лидерҙар өсөн уңышлы көн. Ошо мәлде файҙаланып ҡалығыҙ. Шаршамбы документтар менән эш итеү, килешеүҙәр төҙөү, һөҙөмтәле осрашыуҙар көтә. Кесе йомала алданыуҙан һаҡ булығыҙ. Айырыуса аҡсаға бәйле осраҡта уяулыҡты юғалтмағыҙ. Йома эшлекле осрашыуҙан һәм вәғәҙә биреүҙән баш тартығыҙ.
ҠУҘЫ
(21.03 — 20.04).
Һаҡ булығыҙ! Һеҙҙең киң күңелле булыуығыҙҙан файҙаланыуҙары ихтимал. Ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашһағыҙ ҙа, һалҡын ҡанлы булып ҡалырға тырышығыҙ.
БУҒА
(21.04 — 21.05).
Хәл-ваҡиғалар һөнәри үҫешегеҙгә ҡамасаулай. Һеҙҙең уңышҡа кемдер аяҡ сала кеүек. Шуға бер аҙ көтөгөҙ һәм артыҡ борсолмағыҙ — ауырлыҡтар ваҡытлыса.
ИГЕҘӘКТӘР
(22.05 — 21.06).
Был аҙнала үҙегеҙгә оҡшаған кешеләр менән генә аралашығыҙ. Нисек теләйһегеҙ, шулай йәшәгеҙ. Ишеткән хәбәрҙәргә ышанырға ашыҡмағыҙ, уларҙы еткергән кешеләрҙән алыҫыраҡ тороғоҙ.
ҠЫҪАЛА
(22.06 — 23.07).
Ғаиләгеҙҙе лә, хеҙмәттәштәрегеҙҙе лә күҙәтеү аҫтында тоторға маташырһығыҙ. Ләкин артыҡ мауыҡмағыҙ. Күп эшләргә тура килер, һөҙөмтәһен һуңғараҡ күрерһегеҙ.
АРЫҪЛАН
(24.07 — 23.08).
Алыҫ юл төшөүе ихтимал. Эшлекле командировкаға сығырһығыҙ йәки конференцияла ҡатнашырһығыҙ. Был арала булдырған бәйләнештәр ныҡлы һәм оҙайлы булыр.
ҠЫҘ
(24.08 — 23.09).
Эшегеҙҙе эш урынында башҡарығыҙ. Өйгә эш алып ҡайтмағыҙ. Аҙна башында ишеткән яңылыҡ тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер.
ҮЛСӘҮ
(24.09 — 23.10).
Һеҙгә өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим итәсәктәр. Бер үк баш тарта күрмәгеҙ! Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ араһындағы көнәркәшлек һеҙгә яҡшы тәьҫир итер. Әүҙемләшерһегеҙ, емешле эшләрһегеҙ.
САЯН
(24.10 — 22.11).
Эштә һүҙегеҙгә ҡолаҡ һалалар, тыңлайҙар. Күңелегеҙ көр һымаҡ. Ләкин был дауыл алдынан булған һиллек кенә. Әҙер булығыҙ.
УҠСЫ
(23.11 — 21.12).
Күптән күңелегеҙҙә йөрөткән хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашыра башлағыҙ. Хатта булдыра алмаҫлыҡ кеүек тойолғандарын да. Һеҙгә уңыш йылмая, файҙаланып ҡалығыҙ.
ЫЛАҠ
(22.12 — 20.01).
Быға тиклем атҡарған эштәрегеҙҙең уңышын йыйыр мәл етте. Ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы икеләнмәйенсә тормошҡа ашырығыҙ.
ҺЫУҒОЯР
(21.01 — 19.02).
Хеҙмәттәштәрегеҙ һәм дуҫтарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ. Һәр эште еренә еткереп, иң мөһиме — ваҡытында эшләгеҙ. Сабырлыҡ һәм түҙемлек беренсе урында булһын.
БАЛЫҠ
(20.02 — 20.03).
Сәйәси амбицияларҙы һәм финанс тотороҡлолоғона ынтылыуҙы ҡалдырып тороғоҙ. Кешеләрҙе үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланмағыҙ.
Өмөтбикә.