Йылмайып-көлөп кенә29.09.2012
Насар өрәһең!
Юл хәүефһеҙлеге инспекторы рулен саҡ тотоп барған шоферҙы туҡтата.
– Эскәнһең шикелле, өр әле!
Тегеһе яуапҡа 500 һумлыҡ һона.
– Йәнә берҙе өр!
Был юлы шофер 300 һум бирә.
– Насар өрәһең, баштағы кеүек һәйбәтләп өр!
Лотерея
Лотереяға еңел машина оторға хыялланыу тимер юл билетына поезд оторға өмөтләнеүгә тиң.
Эшләпә ҡартайта
Юл именлеге хеҙмәткәре ҙур ғына тиҙлектә килгән машинаны туҡтата:
– Күреү менән самаланым, кәм тигәндә – 70!
Руль артында ултырған ханымдың ҡото оса:
– Самалап һөйләшегеҙ! Мине эшләпәм генә шулай ҡартайта!
Алдамағандар
Тотонолған машиналар баҙарынан һатып алынған "яңы" автомобилде этеп, ир менән ҡатын автосервисҡа китеп бара.
– Алдамай һатҡандар икән машинаны, – тип ҡуя ҡатыны, көскә-көскә тын алып.
– Нисек алдамағандар? – тип ярһый ире. – Бер көн йөрөйбөҙ, өс көн йүнәтәбеҙ!
– Бәй, машина яғыулыҡты аҙ сарыф итә тигәйнеләр бит. Шуны ла аңламағанһың!
Йүнәтербеҙ!
Йәш ҡатын ике яғынан бөтөнләй йәмшәйгәнсе бәрҙергән автомобилен эвакуаторҙа сервисҡа килтертә.
– Ирем белеп ҡалғансы йүнәтергә ине быны, эшләп бирерһегеҙме?
– Әлбиттә! Бер ҡыйынлығы юҡ уның, аҡса ғына кәрәк. Алдан-арттан номерҙарын алырбыҙ ҙа уртаһына яңы машина ҡыҫтырып ҡуйырбыҙ!