Йәшһең әле, сабыр ит!29.09.2012
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы водитель танытмаһын яңы ғына алғандарҙың хоҡуғын сикләргә кәңәш иткән. Тәжрибәһеҙ автоһәүәҫкәрҙәрҙең аварияға йыш осрауы ошондай тәҡдим индерергә мәжбүр иткән дә инде.
Быны элеккегә ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу тиергә лә була: СССР-ҙа ла водителгә тәүге йылда автомобилдә төндә һәм сәғәтенә 70 километрҙан шәберәк хәрәкәт итеү, бер кешенән күберәк пассажир алыу тыйылған.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011 йылда тәжрибәһеҙ водителдәр ҡатнашлығында 59 меңдән ашыу авария теркәлгән. Бындай юл һәләкәттәре йылдан-йыл кәмеһә лә (2008 йылда улар 74 мең тирәһе булған), әлегә күрһәткестәр хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы һис тә ҡәнәғәтләндермәй.
Был тәҡдимде нисегерәк тормошҡа ашырырға һуң? Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, тәжрибәһеҙ водителгә тәүҙә дүрт йылға автомобилгә идара итеүгә ваҡытлыса ғына рөхсәт бирергә кәрәк, һуңынан ғына – танытма. Ә башҡалар сит илдәрҙең миҫалын өлгө итеп ҡуя. Мәҫәлән, ҡайһы бер илдәрҙә 100 мең саҡрым үткәс кенә тулы хоҡуҡлы водитель тип иҫәпләнәһең. Австрияла 17 йәштән дә рулгә ултырырға була, ләкин эргәңдә тәжрибәле водителдең булыуы мотлаҡ.