Рулдә телефон кәрәк түгел29.09.2012
Дәүләт Думаһында рулдә телефондан һөйләшкән өсөн водитель танытмаһын тартып алырға тәҡдим иткән закон проекты әҙерләнгән. Әлегә бының өсөн ни бары 300 һум күләмендә штраф ҡына ҡаралған.

Был закон проекты ғәмәлгә инһә, 300 һум түләп кенә ҡотолоп булмаясаҡ. Штраф күләменең 3 мең һумға тиклем артыуы бар. Әгәр ҙә водитель бер нисә тапҡыр рулдә килеш телефондан һөйләшеп тотола икән, уға кеҫәһенән 5 мең һум сығарып һалырға тура киләсәк. Был да һөҙөмтә бирмәһә, ул ике-өс ай тирәһе йәйәү йә автобуста йөрөргә мәжбүр буласаҡ.
Депутаттар фекеренсә, әлеге штраф күләме бер кемде лә ҡурҡытырлыҡ түгел. Шуға ла күптәр рулдә саҡта ла телефондан һөйләшеүҙе ғәҙәт итеп алған.
Әлегә был закон проекты тураһында ЮХХДИ-ға хәбәр барып етмәгән. Ни тиһәң дә, штрафтар һауанан алынмай, тикшеренеүҙәр үткәрелгәс кенә билдәләнә. Шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙың юлдағы авариялар һанына йоғонтоһо буйынса статистика мәғлүмәттәре лә килтерелергә тейеш. Баҡһаң, шул мәлдә генә хоҡуҡ һаҡлаусылар үҙ фекерен әйтә ала.
Әйткәндәй, бөгөн донъяның 50-нән ашыу илендә рулдә саҡта телефондан һөйләшеү ҡәтғи тыйыла. Нидерландтарҙа бының өсөн ике аҙнаға төрмәгә ябыуҙары йә 2 мең евро күләмендә штраф сәпәүҙәре ихтимал. Испанияла иһә 300 евро штраф ҡаралған. Ғөмүмән, Европала телефондан һөйләшергә яратҡандарға ҡарата штраф күләме яҡынса 50-100 евро тәшкил итә.


Вернуться назад