Йәйәүлене ҡотҡарығыҙ!29.09.2012
ЮХХДИ яҡын арала йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бирә башлаясаҡ. Сөнки 2012 йылдың ете айында ғына 31 832 юл фажиғәһендә 3659 йәйәүле һәләк булған һәм 29 891-е төрлө йәрәхәт алған. Йәйәүлеләр үткелдәрендә иһә ошо ваҡыт арауығында 8 176 фажиғә теркәлгән, унда 494 кеше һәләк булған һәм 8 316-һы зыян күргән.

Был ғибрәт алырлыҡ һандар үҙҙәре үк юлдарыбыҙҙағы хәлде асыҡ күҙ алдына баҫтыра. Үкенескә ҡаршы, бөгөн йәйәүлеләрҙе бындай фажиғәләрҙән яҡланған тип әйтеп булмай. Йыл һайын уларҙы төкөтөү һәм тапатыу аварияларҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
Тап шуның өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәҙер йәйәүлеләр үткелдәрен етди күҙәтеүгә аласаҡ. Йәғни халыҡ юлды нисек үтә, водителдәр уларҙы үткәрәме-юҡмы – былар бөтәһе лә тикшереләсәк. Улай ғына ла түгел, “Йәйәүлеләр” тип аталған киң ҡоласлы социаль акция ла иғлан ителгән. Хатта “Йәйәүле, үткелгә!” тигән видеоролик та төшөрөлгән. Уның төп маҡсаты – тәртип боҙмаған йәйәүле образын тыуҙырыу.
Әйткәндәй, йәйәүлеләрҙе төкөтөү осраҡтары тап ошо акция башланған мәлдә – октябрь-декабрь айҙарында айырыуса йышая икән.


Вернуться назад