Ҡыш һорап тормаҫ28.09.2012
Нормативҡа ярашлы, торбаларға йылы йүгертер өсөн һауа температураһы биш көн дауамында 8 градус йылынан юғары булмаҫҡа тейеш. Шулай ҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына көндәрҙең тамам һалҡынайтҡанын көтмәҫкә ҡушты.

— Иң мөһиме — кешеләргә уңайлы булһын, — тине Президент йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләренә арналған видеоселектор кәңәшмәһендә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Юрий Кислициндың әйтеүенсә, ҡала һәм райондарҙың барыһы ла йылытыу миҙгеленә әҙер. Өфө халҡы сентябрь уртаһында уҡ торбаларҙың йылыныуын тойоп һөйөндө. Кисә республика төбәктәренең яртыһында йорттарға йылы ебәрелде. Коммуналь хужалыҡты ҡышҡа әҙерләү өсөн быйыл 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән. Барлығы 260 километр һыу үткәргес һәм 59 километр йылылыҡ селтәре алмаштырылған. Тағы ла күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт яһау өсөн төрлө сығанаҡтан 1,3 миллиард һум бүленгән, быйылға планлаштырылған 440 йорттоң 90 процентында эштәр тамамланған.
— Кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡа әҙерләү барышы буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Ул ҡайһы бер төбәктәрҙә йылылыҡ һәм һыу үткәргес селтәрҙәренең тейешле күләмдән аҙыраҡ алмаштырылыуын билдәләне. Был мәсьәлә Башҡортостанға ла ҡағыла. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары талаптарҙы үтәргә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ысынлап та, йылытыу селтәренең — 4,4, һыу үткәргестең 2,4 процентын алмаштырыу планлаштырылған, ә норматив буйынса был күрһәткестәр 5 проценттан кәм булырға тейеш түгел.
Президент йәнә бер мәсьәләгә — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының энергия сығанаҡтары өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүенә — туҡталды.
— Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә бурыстар 5-6 миллиард һумға еткән, беҙҙә ул — 1,5 миллиард һум. Шулай ҙа быны тыныс ҡабул итеп булмай. Өҙөклөктәрҙең йыл да бер үк район һәм ҡалаларҙа күҙәтелеүе аптырата. Һөҙөмтәлә кешеләрҙең йылыһыҙ һәм утһыҙ ҡалыуы ихтимал, — тип киҫәтте Рөстәм Зәки улы.
Кәңәшмәләге һөйләшеүҙән аңлашылыуынса, республика халҡы ҡышҡа ышаныслы аяҡ баҫһын өсөн ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар. Эштәрҙе тәртипкә килтерер өсөн ваҡыт аҙ ҡалды. Ҡыш, һыуыҡтарға әҙерһегеҙме, тип һорап тормаҫ бит.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад