Шартлау ғүмерҙәрҙе өҙгән08.12.2011
Шиғий мосолмандары шишәмбе Әбел Фазыл мәсетенә йыйылған. Бында башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар булған.
Бомбалы билбау элгән террорсылар мәсеттән сыҡҡан саҡта үҙҙәрен шартлатҡан. Изге йорт эргәһендә икенсе вәғәзгә инергә әҙерләнгән халыҡ йыйылған булған. Ҡабул хөкүмәте белдереүенсә, һәләк булғандарҙың һаны 54-кә еткән, 160 кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Был һандың һуңынан үҙгәреүе мөмкин, сөнки күптәрҙең яралары ауыр.