Ете тарафтан ете хәбәр28.09.2012
Яңы биҫтә буласаҡ

Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында 176 ғаилә бушлай ер участкаһы алды.
Ҡалала шәхси торлаҡ йорт төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы 513 кеше иҫәпкә ҡуйылған. Улар араһында һигеҙ йәш ғаилә, бюджет өлкәһендә эшләгән дүрт хеҙмәткәр, өс һәм унан ашыу бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән 120 граждан, инвалид балаһы булған 41 ғаилә бар. Тиҙҙән ҡалала яңы биҫтә үҫеп сығасаҡ.
“Тыуған яҡ”.


Баймаҡта йәрминкә үтте

Баҫыу эштәре тамамланғас, көҙгө йәрминкә үткәреү районда матур йолаға әүерелде. Быйыл төбәктә аяуһыҙ ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, мул ғына уңыш йыйылды.
Йәрминкәлә “Рассвет”, “Уңыш”, “Байҡара”, “Таналыҡ”, “Толпар”, Салауат исемендәге, “Союз” һәм башҡа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары әүҙем ҡатнашты. Ғөмүмән, йәрминкәлә 1 миллион 782 мең һумлыҡ 5,6 тонна картуф, 3 тонна кәбеҫтә, 100 килограмм һуған, 600 килограмм бал, 3,5 тонна ит, 53 тонна иген һәм ярма, 5 тонна бесән, 35 тонна һалам һатылды.
“Һаҡмар”.


Спортсылар көс һынашты

Ишембайҙа Бөтөн Рәсәй милләттәр кросы сараһы сиктәрендә муниципаль район чемпионаты үтте. Ике йөҙҙән ашыу спорт һөйөүсе 500, 1000, 3000 метр араға йүгереүҙә ҡатнашты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса уҡыу йорттары араһында мәғариф бүлеге командаһы беренселекте алды. Ауыл Советтары командалары араһында ла ярыш сәмле барҙы. Маҡар ауыл Советы командаһы алдынғылыҡты бирмәне. 500 метрға йүгереүҙә шәхси зачетта ҡыҙҙар араһында 1-се гимназия уҡыусыһы Эльвира Кинйәбаева иң етеҙе булды. 100 метрлыҡ арауыҡта Әхмәрҙән Залина Әминеваға бер кем дә етә алманы. Егеттәр араһында 3-сө мәктәп уҡыусыһы Илһам Ибраһимов һәм кадет мәктәп-интернатынан Артур Абсатаров беренсе урынды яуланы.
“Торатау”.


Янғантау илһамландыра

Салауат районында Бөтә Рәсәй скульпторҙарының симпозиумы үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан скульпторҙары ике аҙна үҙ мөхитендә аралашты, тәжрибә уртаҡлашты.
Скульпторҙар саф һауала ижад итте, яңы образдар тыуҙырҙы. Һөҙөмтәлә шифахана биләмәһендә аҡ мәрмәрҙән яһалған ижад емештәре үҙ урынын тапты. “Сая бөркөт”, “Сәләмәтлек бишеге”, “Урал батыр”, “Ҡорғаҙаҡ”, “Янғантау — тәбиғәт ынйыһы” һәм башҡа мәрмәр һындарға ҡарап ял итеүселәр оҙаҡ һоҡланасаҡ. Мәскәү ҡалаһынан килгән скульпторҙар Илья Мешанин, Сергей Малютов, Өфөнән Әнүр Булғаҡ, Санкт-Петербургтан Виктор Грибовтың эштәре иң яҡшыһы тип табылды.
“Йүрүҙән”.


Яугир юлынан

Хәйбулла районында “Еңеүсе ата-баба юлы. 1812 — 2012” тип исемләнгән автоуҙыш тамамланды. Уны үткәреү башланғысын район хакимиәтенә башҡорттар ҡоролтайы, ДОСААФ хәрби-патриотик клубы тәҡдим иткәйне. Сарала ҡатнашыусылар 1812 йылғы Ватан һуғышы яугире Утарбай Торомтаев юлы буйлап барҙы.
Автоуҙыш нигеҙе ҡороған Утарбай ауылы ерлегенән башланды. Артабан ҡатнашыусылар Ырымбур өлкәһенең Гай районына юл тотто. Тарихи сығанаҡтар күрһәтеүенсә, Үҫәргән ырыуы яугирҙәре Ватан һуғышына нәҡ ошо төбәктең Ишкенә һәм Нарбулат ауылдары аша юл тотҡан. Орск ҡалаһы автоуҙыштың һуңғы нөктәһе ине. Утарбай Торомтаевтың нәҫеле Наил Торомтаев ҡартатаһының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлағандары өсөн райондаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
“Атайсал”.

Ҡабан атам тип…

Ошо көндәрҙә Өфө районында булған ҡыҙғаныс хәлдең аяныслы тамамланыуы ихтимал ине. Барыһы ла иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан.
Рождественский ауылында йәшәүсе 46 йәшлек ҡатын урманға бәшмәк йыйырға сыға. Силәктәрен инде тултырам тип йәнә бәшмәккә үрелгән генә сағында… уға пуля килеп тейә! Баҡһаң, 28 йәшлек һунарсы ҡатынды ҡабан менән бутаған икән. Ҡатын әлеге ваҡытта дауаханала ята. Хәлде хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә. Ярай әле, ҡатынды Хоҙай аралаған: пуля башына тейгән булһа, даланһыҙ һунарсыға бихисап йылдар тимер рәшәткә артында үткәрергә тура килер ине.
“Өфө үҙәндәре”.


Баймаҡтарға — афарин!

Баш ҡалала “Урман ҡырҡыусы” V республика конкурсына йомғаҡ яһалды. “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Иштимер Зәйнәшев менән Абрик Абдуллин еңеүселәр тип иғлан ителде.
Йыл һайын үткәрелеп килгән конкурстың маҡсаты — урман ҡырҡыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу. Бөгөн тап ошо һөнәр урман хужалығы өлкәһендә иң хәүефлеһе һанала. Конкурста Башҡортостандың урман хужалығына ҡараған дәүләт унитар предприятиеһынан туғыҙ команда ҡатнашты. Беренсе урын яулаған команда бензин бысҡыһы һәм махсус кейем менән бүләкләнде.
“Тәбиғәт”.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад