Районда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға һәм йорт һалырға теләүсе ғаиләләр бихисап. “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы был йәһәттән күптәргә ярҙам итте лә инде.
Тап ошо программаға ярашлы, Хәйбулла районының ете йәш ғаиләһе торлаҡ һатып алыуға йәки яңы йорт һалыуға сертификат алыу бәхетенә өлгәште. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, уларҙың ҙур ҡыуанысын уртаҡлашып, йәштәргә сертификат тапшырҙы.
Тимерхан, Ғаяз һәм Нияз исемле баһадирҙар тәрбиәләгән Зилә менән Ғәле Дәүләтҡоловтарҙың шатлығы сикһеҙ. Улар, мөмкинлектәренә ҡарап, үҙҙәре бура ла күтәргән, әммә төҙөп бөтөргә хәлдәре етмәгән. Шуға күрә һөйөнөслө яңылыҡты ишеткәс, бер аҙ ышанмайыраҡ та торғандар. “Былай булғас, төҙөлөш эштәрен яңынан башлаясаҡбыҙ, бәлки, Яңы йылды яңы йортта ҡаршыларбыҙ ҙа әле”, — тип хыяллана бәхетле ғаилә.
Фәниә менән Фәһим Ҡадировтар ҙа ике ул үҫтерә. Уларҙың да ҡыуаныстан йөҙҙәре ҡояштай балҡый.
— Программаның ҡоро ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, ысынбарлыҡта тормошҡа ашыуына һаман да булһа ышанып бөтә алмайым, — ти, Фәниә Солтан ҡыҙы, тулҡынланып. — Ниһайәт, үҙебеҙҙең йортобоҙ буласаҡ. Улдарыбыҙ Нияз менән Илназ да үҙҙәренең айырым бүлмәләре буласағына сикһеҙ шат.
Сертификатҡа эйә булған ғаиләләр республика Хөкүмәтенә һәм район етәкселегенә иғтибарҙары өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе, тиҙ арала йорттарын төҙөп сығасаҡтарын белдерҙе. Тимәк, хәйбуллаларҙың өйөндә сабый тауыштары тынмаясаҡ, балалар һаны артасаҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.