Афарин, Арғаяш әсәйҙәре!08.12.2011
Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылындағы мәҙәниәт йортонда “Афарин, әсәләр!” конкурсы үткән. Сарала Арғаяш районының 11 ауылынан әсәйҙәр ҡатнашҡан.
Әсәләр табын әҙерләү, ҡул эштәре, бишек йыры, әкиәт һөйләү һәм башҡа номинацияларҙа көс һынашҡан. Жюри һәр хужабикәне айырым номинацияла билдәләргә ҡарар иткән. “Алтын ҡулдар”ҙа – Нәғимә Сөләймәнова, “Уңған хужабикә”лә – Мөкәрәмә Әхмәтшина, “Ғаилә йолаларын һаҡлаусы”ла – Рәзимә Вәлиева, “Бишек йыры”нда Фәрхәнә Зөлфәтдинова билдәләнгән.