Уларға “Ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы ярҙам итте— Лотерея уйынында отҡандай булдыҡ, — тип йылмайып ҡаршыланы беҙҙе Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында йәшәүсе Кәримовтар.
— Бер ҙә лотерея уйыны түгел, бындай бәхет береһенән-береһе матур ҡыҙҙарығыҙ, мәктәптә башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн дәүләттең рәхмәте, — тим.
Һөйләшә-һөйләшә, ҡыуаныша-ҡыуаныша яңы йортҡа инәбеҙ: 100 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы, газ менән йылытылған ҡарағай өйҙөң эске матурлығы ла тышҡыһынан ҡалышмай икән. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалала бындай ҙа күркәм фатир күргән юҡ ине. Яҡты, ҙур аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре, иркен зал заманса эшләнгән.
VI һәм IV класс уҡыусылары Нуралиә менән Айгизәнең үҙ бүлмәләре бар. “Ә мин ошонда йоҡлайым”, — тип ата-әсәһенең йоҡо бүлмәһенә ишаралай дүрт йәшлек Илүзә, иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышып. Ял, каникул мәлдәрендә тыуған йортона ҡунаҡҡа, ярҙам итергә ҡайтып йөрөгән студент Миләүшәгә лә урын етерлек яландай иркен йортта, күңелдәр генә киң булһын. Ә Кәримовтарҙың күңеле киң, йәндәре изге. Шулай булмаһа, дүрт баланы уңған, итәғәтле итеп тәрбиәләү ҙә, егерме йылға яҡын уҡыусыларға төплө белем биреү ҙә (Зөлфирә Әмир ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте серҙәренә төшөндөрһә, Әнүр Юнир улы — физик һәм хәрби тәрбиә уҡытыусыһы) мөмкин түгелдер.
“Ауылдың социаль үҫтереү” федераль программаһы буйынса 1 миллион 170 мең һум аҡсаны үҙләштереп, ошондай күркәм йорт һалып ингән хужалар. “Һалып ингән” тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй, әлбиттә. Баҡтиһәң, программа шарттары буйынса, бүленгән аҡсаға йортто йә һатып алырға, йә махсус рәүештә төҙөүсе компания ялларға тейешһең (улар эште бер йыл эсендә тамамларға бурыслы). Тик бының өсөн үҙ көсөң менән йорт эшенең 30 процентҡа тиклемен башҡарыу мотлаҡ. Ә өйҙө һатып алған осраҡта уның дөйөм хаҡының өстән бер өлөшөн тәшкил иткән сумманың кеҫәңдә ятыуы шарт. Йорт-ҡураны һатып алаһыңмы, төҙөтәһеңме — быныһы һинең ихтыярҙа, иң мөһиме — ғариза яҙыусы мотлаҡ ауылда йәшәргә һәм эшләргә (фермер, крәҫтиән хужалыҡтарында, бюджетҡа ҡараған учреждениеларҙа) тейеш.
Бөгөн Ишембай районында ошо программа буйынса йортло булырға теләүсе 55 ғаилә сиратта тора. Ике йылда ғына ла ундан ашыуының яңы өйгә инеүен иҫәпкә алғанда, ҡалғандарҙың да шатлыҡлы көндәре оҙаҡ көттөрмәҫ кеүек.
...Кешегә бәхетле булып, тирә-йүнгә нур өләшеп йәшәр өсөн күп тә кәрәкмәй: иҫән-именлегең, тулы ғаиләң, йылы йорт-мөхитең һәм яратҡан хеҙмәт урының булһа — шул етә. Кәримовтарға килгәндә, ишле ғаиләнең барыһы ла үҙ урынында. Уҡытыусыларымдың тормошо яйланыуына, кәйефтәре күтәрелеүенә мин дә ысын күңелдән шатланам.
Әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлығы Зәйтүнә Исхаҡова белдереүенсә, Түбәнге Әрметтә ошо программа буйынса Ғүмәровтар менән Фәхретдиновтар ҙа өйлө булған, ике-өс йылдан тағы бер нисә ғаилә йорт туйлаясаҡ. Бынан тыш ике урамға газ да үткәрелгән.
Рәмил МАНСУРОВ.
Ишембай районы.