Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ Нәжибә Сәғиҙулла ҡыҙы Сурағолованы 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Нәжибә апайыбыҙ — ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе, ғүмере буйы колхоздың икһеҙ-сикһеҙ шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында йәйге эҫелә лә, көҙгө ҡар ҡатыш ямғырҙа ла ең һыҙғанып “татлы тамыр” үҫтерҙе.
Апайыбыҙ еҙнәбеҙ Шакирйән Сабирйән улы менән 53 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен хөрмәт итеп, татыу донъя көттө. Өйҙәрен йәмләп алма кеүек алты бала — ҡыҙҙары Фәһиә, Рәйхана, Мәрзиә һәм улдары Әғзәм, Әхәт, Ғаяз донъяға килде. Уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарҙылар.
Үкенескә ҡаршы, еҙнәбеҙ бөгөн беҙҙең арала юҡ инде. Шулай ҙа балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре тормошта уларҙың юлын лайыҡлы дауам итә.
Нәжибә апай! Киләсәк таңдарың бары тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен! Оло юбилейыңда һиңә Хоҙай ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер насип итһен!
Иң изге теләктәр менән балаларың, килендәрең, кейәүҙәрең һәм барлыҡ туғандарың исеменән Нәғимовтар, Хәмитовтар ғаиләләре.