Балаларыбыҙ — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһы һылыуы Рәсимә Наил ҡыҙы һәм Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы егете Иршат Рәүфил улы Яҡуповтарҙы яҙмыштарын бергәләп яҙа башлаған иң иҫтәлекле байрам көндәре — туй тантанаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Мең-мең төҫ-бүләктәргә бай, йомарт көҙҙөң үҙеләй ҡот-бәрәкәткә, ырыҫҡа мул татыу тормош насип итһен һеҙгә Хоҙай.
Ҡәҙерле балалар! Пар аҡҡоштарҙай бер-берегеҙгә тоғро булып, ғүмер юлынан ышаныслы атлағыҙ. Үҙегеҙ кеүек аҫыл улдар-ҡыҙҙар үҫтерегеҙ. Тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып йәшәгеҙ. Ошо яҡты донъяны бүләк иткән иң ҡәҙерле кешеләрегеҙ — атай-әсәйегеҙҙе онотмағыҙ, уларҙың таянысы, ғорурлығы булығыҙ.
Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, именлек, тоғролоҡ, тигеҙ, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк булып
Атлағанда ғүмер үренә.
Туй көнөнөң иркә бәхет ҡошо
Талпынһын гел йөрәк түрендә.
Һеҙгә изге фатихала ҡалыусы — атай-әсәйегеҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ.