Көнгәк тауы эргә-тирәһендә йәшәгән халыҡтың бай тарихын һаҡлай. Шулай уҡ ул был төбәктә төйәкләнеүселәрҙең яҙмышының тере шаһиты ла. Борон-борондан тирә-яғындағы ауылдар халҡы, уның итәгенә йыйылып, кәңәш ҡорор, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер булған. 1812 йылғы Ватан һуғышына китеүселәрҙе лә тап ошонан фатиха биреп оҙатҡандар, еңеп ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәнә оло хөрмәт күрһәтеп тау итәгендә ҡаршы алғандар.
Халыҡтың хәтерендә тәрән уйылып ҡалған Ватан һуғышына әҙерлек тә тап ошонда башланған. Тарих шуны һөйләй. Батша Александр I 1811 йылдың 7 апрелендә сығарған Указға ярашлы Ырымбур хәрби губернаторы кенәз Волконский тарафынан ике башҡорт полкы ойошторолған. Уның беренсеһенә Түбәнге Таш, Һарғай, Кинйәбай, Аҡназар һәм Ҡотлобулат ауылдарынан яҡташтарыбыҙ ингән. 10 майҙа улар тейешле урынға йүнәлгән, ә 12 июндә Наполеон ғәскәре Рәсәй дәүләте сиген үтеп ингән. Смоленск тирәһендә Дон казактары менән бергә Башҡортостандың ҡурҡыу белмәҫ атлылары ла көрәшкән. Беренсе башҡорт атлы полкы иһә ҡыйыулығы менән айырылып торған. Мәҫәлән, Түбәнге Таш ауылынан Ихсан Әбүбәкировтың полк есаулы дәрәжәһенә лайыҡ булыуы ғына ла күпте һөйләй.
Бородино яланындағы һуғышта беренсе башҡорт полкы атаман Платовтың казак корпусы составында була. Есаул Ихсан Әбүбәкиров ҡаһарманлығы өсөн 1813 йылдың сентябрендә IV дәрәжә Изге Владимир ордены менән наградлана. Быныһы әле бер генә миҫал. Йәнә ул Данциг нығытмаһын алғанда III дәрәжә Изге Анна орденына лайыҡ булған, ә 1814 йылдың февралендә полк командиры итеп тәғәйенләнгән.
Мәләүез районы ауылдарынан киткән яҡташтарыбыҙ Рәсәй армияһының сит илдәрҙәге походтарында ла ҡыйыу алышҡан. Мотай, Сарыш, Хәсән, Аптраҡ, Муллағол, Томансы ауылдары яугирҙәре 7-се полк составына ингән. Томансынан Теүәлбай менән Кинйәбай Дәүләтбаевтарға зауряд-есаул дәрәжәһе бирелгән. Ошо уҡ ауылдан И. Ишҡужин, Ҡотлобулаттан Буранбай Сыуашбаев Изге Георгий ордены менән бүләкләнгән.
Ғөмүмән, оло яуҙа ҡатнашҡан һәр кем ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Башҡортостан уландары Сена йылғаһында ат һуғарған. Көнгәктән Парижғаса данлы юл үтеп, тыуған төйәктәренә, изге тауға еңеүсе булып әйләнеп ҡайтҡан. Рәсәй күләмендә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы киң билдәләнгән көндәрҙә лә 28 башҡорт атлы һәм Өфө пехота полктарының еңеүгә ҙур өлөш индереүе менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ике быуат ваҡыт үтһә лә, был ваҡиғалар халыҡ хәтеренән юйылмай.
Яңыраҡ Томансы ауылы эргәһендә, Көнгәк тауы итәгендә, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә стела асыу тантанаһы булды. Тантанала Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов та ҡатнашты.
— Бөгөн, ике быуат ваҡыт үткәс тә, ҡурҡыу белмәҫ башҡорт атлыларына һоҡланабыҙ, батырлыҡтары өсөн ғорурланабыҙ. Улар, Европаны азат итеп, Парижғаса барып еткән. Араларында әлеге Мәләүез районына ҡараған ауылдарҙан ир-ат байтаҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәренең исем-шәрифе билдәле түгел. Тарихи ваҡиға символы булараҡ, әлеге стеланы ҡурҡыу белмәҫ “Төньяҡ амурҙары”на хөрмәт күрһәтеү, йәштәребеҙҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙең йәнә бер сығанағы тип ҡабул итәм, — тине Малик Шакир улы.
Стела асылғандан һуң байрам саралары башланды. Тау итәгенә тамъян, юрматы һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары вәкилдәре тирмәләр ҡорҙо, аш-һыу әҙерләнде.
1812 йылғы Ватан һуғышына башҡорт атлыларын оҙатыу һәм, ике йылдан һуң Парижды яулап, еңеү менән ҡайтыуҙарын кәүҙәләндергән театрлаштырылған тамаша байрамдың иң сағыу өлөшө булды. “Аманат” башҡорт фольклор инструменталь ансамбле ул осорҙағы ваҡиғаларҙы тулыһынса күҙ алдына баҫтырҙы. Илһамланған халыҡ таралырға ашыҡманы, һәүәҫкәр артистарҙың байрам концертын ҡараны, спорт ярыштарында ҡатнашты. Тау итәгендәге сара кискә тиклем дауам итте.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Көнгәк тауындағы байрамдан күренештәр.Юлиә МЫРҘАБУЛАТОВА.
Мәләүез районы.