Баҡса эштәре тынып ҡалды. Шуға ла сентябрҙә редакция почтаһы һәлмәкләнә төштө: йәмғеһе 200-ҙән ашыу хат алдыҡ. Уларҙың бер өлөшө гәзит биттәрендә донъя күрҙе, ярҙам һорап яҙғандары хәл итеү өсөн тейешле ойошмаларға ебәрелде.
Бынан 95 йыл элек сыға башлаған “Башҡортостан” әле лә үҙ йүнәлешенә тоғро ҡала: уҡыусыларҙың теләгенә, үтенесенә ҡолаҡ һалып эш итеү — беҙҙең күптәнге матур йола. Ғафуриҙан Рәфис Байбулдин: “Ҡорт тотоу элек-электән табышлы шөғөл һаналған. Һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙҙа ундайҙарҙың һаны ишәйҙе. Шуға ла “Умартасылыҡ дәрестәре”н киҫеп алып барабыҙ”, — тип ҡыуанысын белдерһә, Салауат ҡалаһынан Ринат Собханғолов “Финанс ғилеме” рубрикаһы аҫтында кәрәкле мәғлүмәттәр бирелеүенә рәхмәт әйтә. Сит тарафтарҙан — Төмән өлкәһенән Рәмилә Мәүлетҡолова ла хат юллаған. “Күптән тыуған яҡтан алыҫта йәшәйем. Бығаса “Башҡортостан”ды ҡулыма тотоп та ҡарағаным юҡ ине. Күптән түгел осраҡлы ғына һеҙҙең сайтҡа инеп, гәзитте кинәнеп уҡыным. Бик оҡшаны, республикалағы яңылыҡтар, файҙалы, фәһемле мәғлүмәттәр бик күп. Хәҙер гәзиттең электрон вариантына яҙылырға тип торам”, — тигән ул.
2012 — Рәсәй тарихы йылы. Ошо йәһәттән яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың “Черкес өсөн намыҫ ғүмерҙән юғарыраҡ” тигән яҙмаһын уҡыусыларыбыҙ ихлас ҡабул иткән. Иң егәрле авторҙарыбыҙ — Марсель Ҡотлоғәлләмов, Самат Ғәлиуллиндың ил, донъяла барған хәл-ваҡиғалар тураһында уйланыуҙары, Ризуан Мөхәмәҙиев, Миңһылыу Усманованың телебеҙ, уның сафлығын һаҡлау йәһәтенән фәһемле кәңәштәре, Миңниса Баһуманова, Камил Аҙнаев, Рөстәм Хәлимов та фәһемле хаттары менән ҡыуандырып торҙо. Ә инде Азамат Ҡәҙербаевтың “Туғанлыҡ” фестивале хаҡындағы уйланыуҙары төрлө даирәлә ҙур шаңдау тыуҙырҙы. Рәхмәт уларға!
Гәзиткә хат юллаған һәр кеше, әлбиттә, уның баҫылып сығыуына өмөт итә. Әммә ҡайһы берәүҙәр геройҙарҙың биографияһын, төрлө наградаларын теҙеп сығыуҙан ары китә алмай. Бындай яҙмаларҙың бөтәһен дә биреү мөмкин түгел. Ҡалыптарҙан арынайыҡ! Шуға ла, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, һеҙҙән уҡымлы, ҡыҙыҡлы, фәһемле хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Хаттар бүлеге.