Хәрәкәт ваҡытлыса туҡтатылған08.12.2011
Иркутск өлкәһендә таш күмер тултырылған 12 вагон тимер юлдан ситкә сыҡҡан. Шул сәбәпле Көнсығыш – Себер тимер юлының 150 метрына зыян килгән.
Белгестәр билдәләүенсә, экологик һәләкәткә юл ҡуйылмаған. 35 градус һыуыҡ булһа ла, авария һөҙөмтәләрен бөтөрөү өҫтөндә эш әүҙем барған. Тимер юлынан хәрәкәт бер тәүлеккә туҡтатылып торған. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.