Нефтекамала экологик өмә уҙғарҙыҡ, ҡаланың уртаһындағы күлде лә таҙарттыҡ. Һуңынан шундай һығымтаға килдек: сүп-сарҙың күпселек өлөшө – араҡы, һыра менән күңел асыуҙарҙың “емеше”.
Быға ҡаршы нисек көрәшергә? Өмәләр, ҙур штрафтар ярҙамында был мәсьәләне тулыһынса хәл итеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Тирә-йүндең таҙалығы өсөн үҙебеҙ яуаплы булғанлыҡты һәр кем аңларға бурыслы. Араҡы менән тәмәкегә кешенең ихтыяжы булмаған, шуға күрә уларҙан бер ниндәй үкенесһеҙ баш тартһаҡ та, бер еребеҙ ҙә кәмемәйәсәк. Спиртлы эсемлекте самалап ҡулланыу тураһында ла һүҙ булырға тейеш түгел, сөнки эскелек менән мәҙәнилек араһындағы сикте берәү ҙә аныҡ ҡына билдәләй алмай. Аҡылды юйыу өсөн кешегә бер нисә грамм да етә. Тирә-яғыбыҙҙы асарбаҡтар, эскеселәр, наркомандар түгел, ә күпселек үҙҙәрен “культуралы” эсеүсе тип иҫәпләгән ғәҙәти ябай халыҡ ҡыйлай.
Н. ДӘҮЛӘТОВ.
Нефтекама ҡалаһы.