Инйәр участка дауаханаһы мөдире Зариф Миңлебай улы Суфияновтың “Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы осраҡлы түгел. Үҙ эшенә етди, талапсан ҡараған табиптың абруйы Инйәрҙә генә түгел, тотош районда яҡшы билдәле.
Зариф Миңлебай улы Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Ғафури районында башлай. Тиҙҙән медицина университетында уҡыуын дауам итә. Белорет бала табыу йортонда интернатура үткәс, Инйәр участка дауаханаһына акушер-гинеколог булып эшкә килә. 2006 — 2012 йылдарҙа ошо дауахананың баш врачы вазифаһын башҡара. Модернизация елдәре арҡаһында дауалау учреждениеларын берләштереү башланғас, ул үҙе эшләгән дауахананың мөдире итеп тәғәйенләнә.
Үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған юғары категориялы врач тормош иптәше, Инйәр дауаханаһының участка терапевы Лилиә Закир ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләй.
Бар яҡтан да өлгө булырҙай матур ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙар ҙа һынатмай, ата-әсәһенең абруйына тап төшөрмәй. Лена Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетының IV курсын тамамланы. Тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшеп, Президент стипендияһы алып уҡыған ҡыҙ халыҡ-ара, республика кимәлендә үткән юридик семинар, конференцияларҙа ҡатнаша, инглиз телендә иркен аралаша, сығыштар яһай. 1-се Инйәр мәктәбендә белем алған Юлиә лә апаһынан ҡалышмай. Ул да яҡшы уҡый, төрлө олимпиада, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет районы.