Мөхәббәтле өйҙә ҡояш көлә27.09.2012
Мөхәббәтле өйҙә ҡояш көләБәхетле йылмайып, һөйләшә-көлөшә икәү килә. Алдараҡ һикерешеп уйнаған малайҙар уларҙы етәкләп алды. Матур ғаиләгә һоҡланып, туҡтап ҡалдым. Улар яҡынайғас, Эльвираны таныным. Ҡатындың гел йылмайып йөрөүенә күнеккәнмен. Ә ғаиләһе янында ул айырыуса балҡый. Бәхет шишмәһе бына ҡайҙа ул!
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡып йөрөгән Гәрәбаш ауылы ҡыҙы Эльвираны Үрге Тәтешлегә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Сит ерҙә уңышлы эш башлаған йәш белгес бында ғүмерлек йәрен дә таба: Силантий менән яратышып өйләнешәләр. Балаһының яҙмышын икенсе милләт кешеһе менән бәйләүенә йәштәрҙең ата-әсәһе ҡаршы килмәй. “Күңелдең, холоҡ-фиғелдең яҡшы булыуы мөһим”, — тип иҫәпләй улар.
Өлкәндәрҙең изге фатихаһын алған Муллайәровтар татыу ғүмер итә. Силантий Юрьевич улдарына Илсаф һәм Илназ тип башҡортса исем ҡуштырған. Өлкәне III класҡа барҙы. Атаһына оҡшап техника менән ҡыҙыҡһына, спортты ярата. Биш йәшлек Илназ балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаиләлә ике телде лә яҡшы беләләр, ике милләттең дә йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен ихтирам итәләр. Эльвира яҡындарын башҡорт, удмурт ризыҡтары менән һыйлай.
Муллайәровтар дәүләт ярҙамында һатып алынған йорттарында йәшәй. Өйҙәре ифрат матур. Бөтмөр хужабикә донъяһын ялт иттереп тота, йәй ихата гөл-сәскәгә күмелә. Ғаилә башлығы иһә улдарына хужалыҡ эше серҙәрен төшөндөрә.
Муллайәровтар икеһе лә Үрге Тәтешленең 2-се мәктәбендә эшләй. Уларҙы коллективта бик ихтирам итәләр. Эльвира Риф ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, беренсе категориялы педагог. “Тәтешле хәбәрҙәре”, “Аҡ тирмә” район гәзиттәрендә мәҡәләләрен йыш күрергә мөмкин. Силантий Юрьевич — оҫта шофер. Шуға уҡыусылар ҙа, педагогтар ҙа алыҫ юлға тыныс күңел менән сыға.
Балаларыңдың шатлығына күмелеп, туғандарың менән татыу йәшәү, яратҡан эшең булыу — үҙе ҙур бәхет!
Рәсилә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Тәтешле районы,
Үрге Тәтешле ауылы.


Вернуться назад