"Фрунзе дәүере" һаман һағындыра27.09.2012
"Фрунзе дәүере" һаман һағындыра1979 йыл. Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың отчет-һайлау йыйылышы бара. Бынан алда колхозға өс тиҫтә йылдан ашыу етәкселек иткән Хәбибхәжәр Халиҡов хаҡлы ялға китә. Хужалыҡ дилбегәһен артабан кемгә ышанып тапшырырға? Барыһын да ошо һорау борсой. "Сибай" совхозының үҙәк бүлексәһе идарасыһы Фрунзе Исрафиловтың исеме яңғырағас, бер тауыштан уны һайлайҙар. Шул мәлдән колхозда "Исрафилов дәүере" башлана.

Көслө, дәртле йәш етәксе тәүге көндәрҙән үк эшкә ең һыҙғанып тотондо. Тәжрибәле белгестәр, хеҙмәт ветерандары менән кәңәшләшеүҙән һис тартынманы.
Колхоз иҡтисади яҡтан үҫешһә лә, хеҙмәткә түләү күрше хужалыҡтарға ҡарағанда күпкә түбән ине. Яңы етәксе эш хаҡын элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күтәрҙе. Тиҙ арала хужалыҡтың барлыҡ тармаҡтарында етештереү күләме артты, хеҙмәт алдынғылары күбәйҙе.
Яңы етәксе малсылыҡ биналарының иҫкереүенә лә иғтибар итте. Тиҙҙән колхоз төҙөүселәре көсө менән һауын һыйырҙары, һимертергә ҡуйылған мал өсөн махсус ҡуралар ҡалҡты. Йыл-йыл ярымдан ит комбинатына 450 — 500 килограмлыҡ үгеҙҙәр оҙатылды, колхоз ит тапшырыу планын үтәне.
Социаль-мәҙәни мөхит тә йәнләнде. Үрге Иҙрис ауылында кирбестән колхоз иҫәбенә ике ҡатлы клуб төҙөлдө. Бина бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә. Ике балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, егерме тракторға иҫәпләнгән гараж, малсылар, белгестәр өсөн ике тиҫтәгә яҡын йорт, магазин, ырҙын табағындағы иген киптергес һәм янғын һүндереү депоһы тап шул йылдарҙа сафҡа инде.
Ошоға тиклем дүрт ауылда ла Һаҡмар йылғаһы аша йүнле күпер булманы. Фрунзе Һиҙиәт улының ныҡышмаллығы, йүнселлеге арҡаһында Магнитогорск ҡалаһынан тимер торбалар, бетондар килтерелде һәм дүрт урында күпер һалынды. Улар яҙлы-көҙлө йылға аша сығыуҙы күпкә еңеләйтте һәм бөгөн дә халыҡ телендә "Фрунзе күпере" тип йөрөтөлә.
Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз күп тапҡыр КПСС район комитеты һәм район Советы башҡарма комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ булды. Бөтә Союз социалистик ярышында еңеп, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде, малсыларға ике еңел автомобиль һәм "Урал" мотоциклы бүленде.
Көсөргәнешле эш менән бер рәттән, Фрунзе Һиҙиәт улы колхозсыларҙың ялына ла ҙур иғтибар бирҙе. Ҡолсора мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелеп, художество үҙешмәкәр түңәрәге ағзалары өсөн сәхнә кейеме, уйын ҡоралдары һатып алынды. Һөҙөмтәлә был түңәрәк бер нисә йыл рәттән районда беренсе урынды алды. Колхоз рәйесе үҙе лә ҡурайҙа уйнауы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән тамашасы һөйөүен яуланы.
Фрунзе Һиҙиәт улы колхозсылар менән уртаҡ тел таба белде, уларҙың йәшәйешен, көнкүрешен күҙ уңынан ысҡындырманы, ярҙам һорап килеүселәрҙе буш ҡул менән сығарманы. Бигерәк тә яңы ғаилә ҡороусыларға төҙөлөш материалдары менән ярҙам итте — ағас быстырҙы, уны урмандан ташытты, ташламалар яһаны.
Эштә лә барыһына өлгө булды Фрунзе Һиҙиәт улы: бесән осоро етһә, өмәләрҙә колхозсылар менән бер ҡатарҙан бесән сапты, ураҡ мәлендә ҡайһы бер комбайнсыларҙы ял иттерер өсөн штурвалға ла ултырҙы, ҡатыны менән ең һыҙғанып шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында эшләне.
Колхозға ун ике йылға яҡын етәкселек итеү осоронда хужалыҡты яңыртты. Һөҙөмтәлә колхозсыларҙың йәшәү кимәле күҙгә күренеп яҡшырҙы: өй туйлаусылар күбәйҙе, ихаталарҙа еңел машиналар артты.
Көтмәгәндә Фрунзе Исрафиловты Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының "Дружба" ярҙамсы хужалығына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Унда биш йыл тирәһе эшләгәндән һуң "Һәүәнәк" совхозы директоры вазифаһын башҡарҙы. Хаҡлы ялға сығырҙан өс йыл алда Темәс ауыл хакимиәте башлығы итеп ҡуйҙылар.
Фрунзе Һиҙиәт улы ҡайҙа ла тулы яуаплылыҡ тойоп эшләне, үҙенә талапсан булды. Был күркәм сифаттар уны һаман да оҙата йөрөй. Уны әле лә һәр ерҙә ололап иҫкә алалар.
Тынғыһыҙ уҙаман тиҫтә йылдан ашыу Темәс ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Ауыл Советындағы төрлө сараларҙың ойоштороусыһы ла, етәксеһе лә — ул. Фрунзе Һиҙиәт улы ғүмер буйы ҡолас киреп эшләү, йәшнәп йәшәү өсөн дәрт һәм илһам биргән һөйөклө ҡатыны Фәрзәнә Хаммат ҡыҙына рәхмәтле. Улар ярты быуат инде шатлығын да, ҡайғыһын да, тормош мәшәҡәттәрен дә уртаҡлашып йәшәй.
Фрунзе Исрафилов ике тапҡыр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһына, "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы" билдәһенә лайыҡ булды. Шулай ҙа уға иң оло баһаны халыҡ бирә: ихтирам, хөрмәт ҡаҙанған ир-уҙаманды бөгөн дә һәр ерҙә яҡты сырай, көләс йөҙ менән ҡаршы алалар. Ошо үҙе оло бәхет түгелме?!
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
"Башҡортостан"дың штаттан тыш хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад