Иҫеректәргә руль тоттормайыҡ!27.09.2012
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар даими артып тора: ҡануниәттәге яңы үҙгәрештәр 1 июлдән үҙ көсөнә инде, 18 сентябрҙә иһә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм транспорт сараһын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн язаны тағы ла ҡатыраҡ итеү тураһында сираттағы документ ҡабул итте. Быларҙың барыһы ла водителдәрҙең яуаплылыҡ тойғоһо артыр, юл фажиғәләре һаны кәмер тигән маҡсаттан сығып эшләнә, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә өмөттөң аҡланғаны тойолмай...

Күрһәткестәр ҡот осҡос: йыл һайын илебеҙ юлдарында 35 меңдән ашыу кешенең ғүмере ҡыйыла. Тимәк, бәләкәй бер ҡала тулыһынса Ер йөҙөнән юйыла, тигән һүҙ.
Иң аяныслыһы – юл ҡағиҙәһен боҙоусы үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да яҙмышын селпәрәмә килтерә. Рулгә иҫерек килеш ултырған водителдәрҙе генә алайыҡ. 22 сентябрҙә Мәскәүҙә булған юл-транспорт фажиғәһе барлыҡ йәмәғәтселекте тетрәндерҙе (быға тиклем иҫерек килеш автомобилгә идара итеп, биш кешенең ғүмерен өҙгән Екатерина Заул хаҡында ла яҙғайныҡ). 29 йәшлек Александр Максимов ике көн рәттән “байрам иткәндән” һуң, айнымаған килеш “Тойота” руленә ултырып, ҙур тиҙлектә автобус туҡталҡаһына барып бәрелгән. Унда тиҫтәгә яҡын кеше торған. Максимовтың “ҡорос ат”ы туҡталҡаны бер нисә метр һөйрәтеп барған, кешеләрҙең барыһын да тапап үткән. Яуапһыҙлыҡтың һөҙөмтәһе бик аяныслы: абруйлы ижади саранан еңеү яулап ҡайтып барған биш бала, ирле-ҡатынлы ике уҡытыусы шунда уҡ йән биргән. Әйткәндәй, үҫмерҙәрҙе миҙалдары буйынса саҡ танып белгәндәр... Водитель менән уның иҫерек пассажирын хәүефһеҙлек мендәре ҡотҡарған, шулай уҡ тайшанып өлгөрөп, осраҡлы рәүештә 41 йәшлек бер ҡатын тере ҡалған.
Фажиғә йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы, ябай кешеләр генә түгел, власть органдары вәкилдәре лә шунда уҡ иҫерек килеш рулгә ултырырға йөрьәт иткәндәргә язаны ҡатыраҡ итеү тураһында үҙ фекерен белдерә башланы. Әммә... Эскән кеше яңылыҡтар ҡарамай, гәзит уҡымай шул: 24 сентябрҙә Максимовтың ҡылығын Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән 35 йәшлек яҡташыбыҙ ҙа ҡабатлаған. Иҫерек әҙәмдең ВАЗ-2109 автомобиле тәгәрмәсе аҫтына эләгеп, 23 йәшлек ҡыҙ һәләк булған, уның 24 йәшлек ауырлы әхирәте сабыйын юғалтҡан, үҙе ауыр хәлдә дауаханала ята.
Уйлап ҡарағыҙ: әгәр ҙә иҫерек бәндәләр ошо кешеләрҙе туҡмап йәки сәнсеп үлтергән булһа, уларҙы, моғайын, тиҫтәләрсә йылға йә иһә ғүмерлеккә тимер рәшәткә артына оҙатырҙар ине. Ә иҫерек килеш кеше тапап үлтергән өсөн иң ҙур яза – ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү. Ғәҙеллек ҡайҙа? Бысаҡ, тимәк, үлемесле ҡорал, ә кешеләрҙе ер менән тигеҙләгән идара итеүҙе юғалтҡан “ҡорос ат” үлем ҡоралы түгел?
Әлегә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары төрлө тәҡдим менән сығыш яһай. Иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр бөгөн 5 мең һум күләмендә штраф түләй, танытманан иһә 1,5-2 йылға мәхрүм итәләр. Ошонан сығып, сумманы 5-тән 100 мең һумға еткерергә, яуапһыҙҙарҙы автомобилгә идара итеү хоҡуғынан ғүмерлеккә мәхрүм итергә тигән фекерҙәр ҙә яңғырай. Рәсәй Дәүләт Думаһының комитет рәйесе урынбаҫары Вячеслав Лысаков, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылышлы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эш быға тиклем дә алып барылһа, хәҙер ул күпкә тиҙләтелеп, киләһе бер нисә аҙнала депутаттар мәсьәләне хәл итәсәк, тип белдергән. “Киҫкен саралар ғына йәмғиәтте “экстремаль водителдәр”ҙән ҡурсалай аласаҡ”, – ти власть вәкиле. Яңы закон проектын беренсе уҡыу 16 октябргә тәғәйенләнгән.
Был сараға ҡаршы сығыусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Авто-мототранспорт хужалары ассоциацияһы координаторы, юрист Юрий Шулипа, илдә коррупция күкрәп сәскә атҡанда, штрафтың күләмен арттырыу ришүәт биреүҙең көсәйеүенә килтерәсәк, тигән хәүеф белдерә.
Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад