Ағыу һатыусылар тотолдо08.12.2011
Һамар сиғандары даими рәүештә Башҡортостанға героин ташыған. Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре был каналды ябыуға өлгәшкән.
Наркотик ҡулланыусыларҙы эҙәрлекләп, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе героин һатыусының юлына төшкән. Һамар сиғандары диаспораһы вәкилдәре әлеге кешегә героин тапшырған ваҡытта тотолған, уларҙан йәмғеһе 1,5 килограмм героин тартып алынған.


Вернуться назад