Айнур – Рәсәй Президенты стипендиаты08.12.2011
Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты аспиранты Айнур Хәйбуллин Рәсәй Федерацияһы Президентының стипендиаты исеменә лайыҡ булды.
Йәш ғалим юридик фәндәр докторы, профессор Анатолий Тимонин етәкселегендә “Башҡортостанда нотариаттың үҫеше” тигән темаға диссертация яҙа. Шулай уҡ халыҡ-ара, төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө матбуғат сараларында 40-тан ашыу фәнни мәҡәләһе нәшер ителгән. 2010/11 уҡыу йылында егет Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты булған. Быйыл “Хоҡуҡ институтының иң яҡшы аспиранты” исемен дә алған.