Республикалағы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары араһында умартасылыҡ буйынса IV олимпиаданың быйыл тап Иглиндә уҙыуы бер ҙә юҡҡа түгел.
Бындай тәүге өс бәйге Өфө районының Михайловка, Ғафуриҙың — Красноусол, Мишкә районының Мишкә ауылдарындағы һөнәрселек училищеларында ойошторолғайны. Сираттағы IV республика олимпиадаһында һигеҙ мәғариф учреждениеһы оҫталары көс һынашты. Еңеүсе тип Михайловка ауылындағы 83-сө һөнәрселек лицейынан Радим Ғәзизов танылһа, II һәм III урынға Рәмзил Дәүләтбирҙин (Күгәрсен районы үҙәгендәге 90-сы лицей) менән Азамат Һөйөндөков (Красноусол ҡасабаһындағы 130-сы һөнәрселек училищеһы) лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашҡан йәштәр, “Һөнәри белеме һәм таһыллығы өсөн”, “Эшен ипле башҡарғаны өсөн”, “Практик күнекмәләрҙе оҫта атҡарғаны өсөн”, “Теория белгесе”, “Еңеүгә ынтылғаны өсөн” номинацияларында ла билдәләнеп, диплом менән бүләкләнде.
Мастерҙар араһында Мишкәләге 150-се һөнәрселек лицейынан Гөлсәсәк Ғәлиәхмәтоваға етеүсе булманы. II урынды Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы 80-се лицейҙан Ғәли Абдуллин алһа, өсөнсө баҫҡысты Өфө районының Михайловка ауылындағы лицейҙан Зөлхиә Насирова яуланы. Уҡытыусылар араһында ла төрлө номинацияла еңеүселәр билдәләнде.
Ҡулайлаштырыу сәйәсәте арҡаһында умартасылар әҙерләгән башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының күпләп кәмеүе хафаға һалғайны. Әммә был шөғөлдөң Көньяҡ Урал райондары мәктәптәрендә фән булараҡ өйрәнелә башлауы халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең киләсәгенә ышанысты арттырҙы.
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының өлкән методисы,
Гөлнара ДӘҮЛӘТШИНА,
Республика үҙәк балалар (үҫмерҙәр) техник ижады йорто методисы.