“Ғәлиә” фирмаһы сит илдәрҙә лә билдәле26.09.2012
“Ғәлиә” фирмаһы сит илдәрҙә лә билдәлеҮҙ эшеңде асып ебәреү өсөн һинең маҡсатың булырға тейеш. Ул ҙур булған һайын эшең дә, дәртең дә ташып торасаҡ. Эшҡыуарлыҡ кешенән ҙур тәүәккәллек талап итә. Өфөләге “Ғәлиә” химик таҙартыу хужабикәһе Ишембай районының Әптек ауылында тыуып үҫкән Рәйлә Фәсхетдинова миҫалында ла шуны раҫларға мөмкин.

Рәйләнең атаһы иң беренселәрҙән булып һуғышҡа оҙатыла. 1945 йылда бер нисә көнгә генә ауылға ҡайта, шунан яңынан китә. Ошо иң бәхетле минуттарҙа бүләк булып ҡалған ҡыҙ ул. Шуға күрә лә уның исеме лә икәү: Рәйлә-Бүләкбикә.

Етемлектә үҫкән ябай башҡорт ҡыҙы — бөгөн республикала ғына түгел, Рәсәй, сит ил күләмендә лә билдәле эшҡыуар.
Ауыл мәктәбен тамамлап, ул Салауат ҡалаһына һөнәрселек училищеһына инә. Ошо уҡыған йылдарҙа Ишембай ҡалаһына тиклем йәйәү барған саҡтары ла була.
Егерме биш километр юлды “һә” тигәнсе үтеү, ахырыһы, сыныҡтырған. Шул саҡта ла беҙ уның ныҡышмаллығына һоҡланып ҡарай инек. Ата-әсәһенең ҡанына һеңгән тырышлыҡ Рәйләгә күсә, ошо маҡсатлы тормош уға ҙур аҙымдар яһарға ярҙам итә. Ауыл халҡы хөрмәтенә лайыҡлы булды, уны “бүләк” тип кенә йөрөттөләр.
Совет власы тарҡала башлаған 90-сы йылдарҙа Рәйлә Өфөләге кер йыуыу цехында мастер булып эшләй башлай. Ошо һынылыш ваҡытында юғалып ҡалмай, ябылыу алдында торған цехтың бер нисә бүлмәһен ҡуртымға алып, үҙ эшен асып ебәрә. Әлбиттә, бер нәмә лә еңел генә бирелмәй, күп ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килә, ләкин артҡа юл юҡ, тип гел алға ҡарай. Уңышһыҙлыҡҡа осраған мәлдәрендә баш эйеп ҡулын төшөрмәй, эҙләнә, яңы юлдар эҙләй. Предприятиеһына өләсәһе хөрмәтенә “Ғәлиә” тип исем бирә.
Тәүге мәлдәрҙә цех иҫкесә эшләй, был Рәйләнең күңелен ҡыра. 1997 йылда яңы техниканы эшкә егеү өсөн Америкаға юл тота, ә 1998 йылда ул Италияға барып тун йыуыусы ҡорамалдар һатып ала, биш хеҙмәткәрен Мәскәүҙә уҡыта. 1999 йылда “Ғәлиә” тулыһынса үҙаллы предприятиеға әйләнә.
— Һин нисек ошондай уңыштарға ирешергә көс табаһың, сит илдәрҙә ҡурҡмай һөйләшеүҙәр алып бараһың, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, бөтә районыбыҙҙың, ауыл халҡының телендә — һин, — тибеҙ.
— Миңә Ишембайымдың, ауылымдың тәбиғәте, сылтырап аҡҡан Һәләүегем көс бирә, хатта баҡыйлыҡҡа күскән Ғәлиә өләсәйем һәр аҙымымды күҙәтә төҫлө, — тип йылмая ул.
Келәм таҙартыуҙан тыш, Европа талаптарына яуап биргән бөҙрәхана, Германиянан ҡайтарылған аяҡ кейеме йүнәтеү салоны асыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңышлы эшләп килгән предприятиены күрә алмаусылар ҙа юҡ түгел. Уның ерҙәрен ҡыҫырыҡлау бара. Әгәр ҙә Рәйләнең эшенә аяҡ салһалар, күпме кеше урамда ҡаласаҡ. Күбеһе ҡатын-ҡыҙ хеҙмәт иткән фирмала яҡшы эш хаҡы, социаль пакет алалар, бихисап йәмәғәт ойошмаларына ярҙам күрһәтелә.
38 йыл эш барышында Рәйлә 30 йылын етәксе булып эшләй. Уның наградалары ла бихисап. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған көнкүреш хеҙмәткәре һәм Бөтә Рәсәй конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ директор-2005” исемен яуланы, “Яңы быуат” миҙалына лайыҡ булды.
Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.
Ишембай районы,
Яңы Әптек ауылы.


Вернуться назад