Халыҡ ҡаһарман улын онотмай25.09.2012
Өфөлә легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең хәтер кисәһе уҙҙы. Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостан йәмәғәтселеге батырҙың тыуыуының 90 йыллығын билдәләне. Хәтер кисәһендә Геройҙың ҡатыны, улы, ейәндәре, туғандары, ветерандар һәм яҡташтары – илештәр ҡатнашты.

Ҡыҙыл Армия сафына алынғас, Энгельс хәрби-авиация мәктәбен тамамлаған Муса Гәрәев 1942 йылдың сентябрендә Сталинград янында һуғышҡа инә. Ул барлығы 250-нән ашыу хәрби осош яһай. Сталинградтан Кенигсбергка тиклем хәрби юл үтеп, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлык өлгөһө күрһәтеп, Илеш егете ябай осоусынан эскадрилья командиры, полк штурманы дәрәжәһенә етә. Бөйөк Еңеүҙән һуң да Муса Гәрәев хәрби сафта ҡала. Улы Евгений үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашҡанда, атаһына донъяның төрлө “ҡыҙыу” нөктәләрендә булырға тура килгәнлеген дә хәбәр итте. Был турала ошоғаса йәмәғәтселеккә билдәле булмаған.
Ҡаһарман егет 23 йәшендә генә Герой исеменә лайыҡ була, өҫтәүенә, ай ярым эсендә ике тапҡыр — 1945 йылдың 23 февралендә һәм 19 апрелендә! Уның Алтын Йондоҙ менән бер үк көндә – шул йылдың 1 майында бүләкләнеүе лә Бөйөк Ватан һуғышында берҙән-бер ғәжәйеп хәл.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, тантананы асып, Муса Гәрәевтең данлы хәрби юлы, фашизмды еңеүгә индергән өлөшө, һуғыштан һуңғы емешле эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ батырҙың юбилейы айҡанлы республикала атҡарылған эштәрҙе, сараларҙы барланы. Мәҫәлән, Республика хәрби дан музейында "Муса Гәрәев. Тормош һәм ҡаһарманлыҡ биттәре" тигән күсмә күргәҙмә булдырылған. Уның менән бер нисә район, ҡалаға сығасаҡтар. Мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы хәрби-патриотик темаға әҫәрҙәр ижад итеү буйынса Муса Гәрәев исемендәге премия булдырыу хаҡында иғлан итте. Өфөлә, Геройҙың тыуған төйәгендә уның исеме менән бәйле урындарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур эш башҡарылған. Әйтәйек, Илеш районының Бишҡурай ауыл биләмәһендә Муса Гәрәев исемендәге мәктәп, мәҙәниәт йорто йүнәтелгән, Иләкшиҙелә батырҙың йорт-музейы яңыртылған, Үрге Йәркәйҙә шулай уҡ музей, уның биләмәһе төҙөкләндерелгән. Халҡыбыҙҙың ҡаһарман улының шәжәрәһе урын алған "Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ" тигән китап донъя күргән һ.б.
Республиканың хәрби комиссары Анатолий Балтинский, Муса Гәрәевтең тормошо ныҡлыҡҡа һынау һәм тотош ил халҡы өсөн өлгө, тип билдәләне. Башҡортостандың ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәләмов Геройҙың ДОСААФ-тағы етәкселек эше (1965 – 1977 йылдар) тураһында һөйләп үтте.
Батырҙы иҫкә алыу Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Өфө сәнғәт училищеһы таланттары, башҡа сәнғәт оҫталарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.
Ф. ӘҺЛЕТДИНОВ.


Вернуться назад