Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә – эш08.12.2011
Республиканың ҡала һәм райондарындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә “Бергә булһаҡ, күпте эшләй аласаҡбыҙ” тигән девиз менән Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған саралар үтте. Эш биреүселәр 400-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итте.
Бындай йәрминкәләрҙең иң ҙурыһы баш ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә булды. 22 эш биреүсе 200-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим итте. Сарала мөмкинлектәре сикләнгән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, шуларҙың 80-е шунда уҡ эшкә йүнәлтмә алды.