“Бәхет хаттары” таратыла25.09.2012
Башҡортостанда, Пенсия фондындағы шәхси иҫәп торошо тураһында белдереп, 2 миллиондан ашыу хат таратылды.
Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө хаҡында йыл һайын хәбәр итә. Быйыл страховкаланған граждандар өсөн ғәҙәти мәғлүмәттәр ябайлаштырылған. Хатта эш биреүселәрҙең страховка иғәнәләре, шулай уҡ идарасы компанияның 2011 йылда пенсияны нисек инвестициялауы аныҡ күрһәтелә.
Былтыр хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә күсерелгән өҫтәмә иғәнәләр, дәүләттең финанслау күләме һәм эш биреүсенең иғәнәләр дәүмәле, пенсияға ҡушылған әсәлек капиталы тураһында ла мәғлүмәт бар.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад