Полиграфия лицейы менән электән танышмын. Унда йыш барырға тура килә. Әммә һәр ваҡыт яңылыҡтары менән аптыратыуҙан туҡтамайҙар. Был юлы ла ғәжәпләндерҙеләр. Һуңғы бер-ике йылда лицей яңыса белем биреү йортона әйләнгән.
Эш шунда икән: бынан өс йыл элек “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары араһында Инновациялы белем биреү программаһына конкурс булғайны. Бөтә Рәсәй буйынса барған конкурста йөҙҙәрсә уҡыу йорто көс һынап ҡараған. Башҡортостандан 15-тән ашыу ғариза бирелгән, һәм шуларҙың һигеҙе грантҡа лайыҡ тип табылған. Еңеүселәр араһында республиканың Советтар Союзы Геройы Солтан Бикеев исемен йөрөткән 1-се полиграфия лицейы ла бар. Ул 27 миллион һумлыҡ грант отҡан.
Яңы ҡорамалдар алыу, уҡыу йорто бинаһына ремонт яһау һәм башҡа эште лицей 2009 йылда уҡ башлағайны. Тап шул саҡта уҡыу йорто үҙ тарихының өр-яңы битен асты. Үҙенең 95 йыллыҡ юбилей көнөнә иһә яңыса белем биргән уҡыу йорто булараҡ аяҡ баҫты.
Полиграфия лицейы — уникаль уҡыу йорто. Ул — республикала ғына түгел, тотош Волга буйы федераль округында берҙән-бер. Элегерәк бында тотош Рәсәйҙән, хатта
сит илдәрҙән килеп уҡығандар. Илдә полиграфия үҫеше лицейҙың абруйы артыуға нигеҙ булып торған. Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәк: полиграфия — урынында тапанмаған, тиҙ үҫешкән өлкә, шуға күрә ҡоролмаларҙы яңыртыу — иң көнүҙәк мәсьәлә. Грант отоу был хыялдарҙы тормошҡа ашырған.
Лицей директоры вазифаһын башҡарыусы Марина Захарова яңы уҡытыу комплексы, заманса ҡорамалдар, ҡиммәтле техника менән таныштырып сыҡты. Баҫыуға тиклемге, баҫыу һәм баҫыуҙан һуң ҡулланыла торған ҡорамалдар алынған. Өр-яңы компьютерҙар бар, уҡытыу-методик кәрәк-яраҡ та яңыртылған. Хәҙер лицей полиграфия тармағына бөгөндән заманса ҡорамалда эшләй алырҙай белгестәр уҡытып сығара.
Ысынлап та, лицейҙы тамамлаған уҡыусыларҙы полиграфия предприятиеларында көтөп алалар. Лицей баҫыусылар, нәшриәт оҫталары, төпләүселәр, компьютер-нәшер итеү техникаһы операторҙары һәм башҡа белгестәр әҙерләй.
— Үҙебеҙҙең иңдә яуаплылыҡ тоябыҙ, сөнки тотош республика өсөн полиграфистарҙы беҙҙең уҡыу йорто ғына әҙерләй. Белгестәребеҙгә ихтыяж ҙур, шулай булғас, улар заман талаптарына ла яуап бирергә тейеш, — ти Марина Захарова.
Өфө полиграфия комбинаты, “Башҡортостан” республика дәүләт нәшриәте, “Китап” нәшриәте, Башҡортостан Республикаһы Полиграфистары ассоциацияһы уҡыу йортоноң эшлекле партнерҙары булып тора. Ни өсөн тигәндә, лицей улар өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй. Уҡыу йортон тамамлағандарҙың бөтәһе лә үҙ йүнәлеше буйынса эшкә урынлаша. Уларҙың эш хаҡы ла һәйбәт, социаль йәһәттән тулыһынса яҡланғандар.
Лицейҙы яңыртыуҙан тыш, бында уҡыусыларҙың ялын ойоштороу, фәһемле саралар үткәреү ҙә яҡшы ҡуйылған. Уҡыу йорто социаль йүнәлешле иҫәпләнә. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр, етемдәр ҙә белем ала. Уларға даими ярҙам күрһәтелә. Һәйбәт билдәләргә уҡыған, лицей тормошонда ихлас ҡатнашҡан студенттарға ай һайын стипендия түләнә. Ятағы ла бар. Унда ҡыҙҙар өсөн “Хужабикә” түңәрәге эшләй, егеттәр тренажер залында шөғөлләнә, өҫтәл теннисы һәм башҡа уйындар уйнай. Күңелле кисәләр, дискотекалар ҙа йыш уҙғарыла.
Әйткәндәй, полиграфия лицейына бөгөн дә уҡыусылар ҡабул ителә. Улар белгестәрҙе III быуын стандарттары буйынса әҙерләй. Әле электрон йыйыу һәм нәшерләү, нәшер итеү оҫталары, хәреф баҫыусы, төпләүсе һөнәрҙәре буйынса уҡыталар. Заманса белем алып, яҡшы эш урыны табырға теләүселәр булһа, IX һәм XI класты тамамлағандар 1-се лицейға рәхим итһен!
Әлфиә ӘЙҮПОВА