Тыуған төйәгенең тарихын яҙҙы25.09.2012
Тыуған төйәгенең тарихын яҙҙыЯҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамазан Өмөтбаевтың исеме гәзит уҡыусыларға таныштыр, моғайын.

Атайым Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында крәҫтиән ғәиләһендә тыуған. Һуғыш алдынан Баҡыр-Үҙәк ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлаған. 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа киткән егет Курск эргәһендәге ҡаты бәрелештәрҙә ауыр контузия ала. Һауыҡҡас, 11-се гвардия армия сафында Балтика буйын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Рамазан Өмөтбаев Сибайҙағы алтын руднигына старателдәр артеленә хисапсы булып урынлаша. Комсомол ойошмаһының секретары вазифаһын да ихлас башҡара. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән тырыш хеҙмәткәрҙе КПСС-тың Баймаҡ район комитетына эшкә алалар, һәм ул беренсе секретарь дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Артабан Башҡортостан Өлкә комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, кинофикация буйынса идаралыҡ етәксеһе булып эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, атайым әҙәби ижад менән шөғөлләнә башланы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике роман, тиҫтәләрсә хикәйә, очерк, кино өсөн сценарий ижад итте, унлап китап сығарҙы. Ул — милли рух, башҡорт телен тергеҙеү, ер мәсьәләләре хаҡында байтаҡ фәнни-иҡтисади мәҡәлә авторы. Әйткәндәй, тәүге хикәйәләре тап “Башҡортостан” гәзитендә донья күрҙе.
Рамазан Ғимран улы — орден һәм миҙалдар кавалеры, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре исеменә лайыҡ булды. Башҡорт АССР-ының алты саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп тә һайланды.
Үкенескә ҡаршы, атайым, 1997 йылдың 24 авгусында был донъянан ҡапыл китеп, үҙенең күп маҡсатын тормошҡа ашыра алманы. Оҙаҡ йылдар буйы тыуған төйәге — Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылының тарихы тураһында яҙырға ниәтләп йөрөгәйне. Үткән быуатта был ауылдың халҡы бик ауыр һынауҙар кисерә. Граждандар һуғышы, ҡыҙылдар менән аҡтар араһындағы аяуһыҙ көрәш тап беҙҙең ерҙәр аша үтә, ҡайһы бер ауылдар әллә нисә мәртәбә ҡулдан-ҡулға күсә. Милләттәштәребеҙҙең үҙаллылыҡ өсөн алышы, башҡорт ғәскәренең башта — бер, унан икенсе яҡҡа күсеүе дөйөм хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Ҡанлы һуғыштан һуң ҡурҡыныс йотлоҡ килә. Аслыҡтан тере ҡалғандар саҡ аяҡҡа баҫа башлағас, кулактарҙы бөтөрөү, колхоз ойоштороу башлана. Унан һуң — халыҡтың иң аҫыл шәхестәрен юҡ иткән ҡара 1937 йыл, ҡәһәрле һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ...
Рамазан Ғимран улына хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына уйлағанын бойомға ашырыу мөмкинлеге тыуҙы. 1985 йылда уның әҫәре Яҙыусылар союзында тикшерелде һәм роман рәүешендә баҫмаға тәҡдим итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ул йылдарҙы иҫкә төшөрәйек. Хәҙерге йәштәргә быны аңлауы ҡыйын да булыр, моғайын, ул дәүерҙә илебеҙ тарихының халыҡ өсөн ябылған биттәре күп ине. Совет власы кулактарға һәм “халыҡ дошмандары”на ҡаршы ойошторған көрәштең ниндәй киңлектә алып барылғанын, ҡорбандарҙың ысын һанын береһе лә белмәне. Торғонлоҡ сәскә атҡан ваҡытта 30-сы йылдарҙағы хәлдәрҙе асыҡтан-асыҡ һүрәтләгән әҫәрҙең баҫылып сығыуы бик икеле ине. Шуға күрә яҙыусы ул ваҡиғаларҙы урап үтергә мәжбүр булды һәм яҙмаларын Бөйөк Ватан һуғышы менән тамамлағайны.
1993 йылда романдың тәүге китабы “Ысыҡтан эйелә ҡылған” исеме менән «Китап» нәшриәтендә донья күрҙе һәм уҡыусылар араһында ыңғай баһа алды. Рамазан Ғимран улы баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, 1999 йылда романдың “Һынылыш” исемле икенсе китабы баҫылып сыҡты. Уларҙағы ваҡиғалар 1930 йылдар менән тамамлана, әммә һүрәтләнгән хәлдәрҙән йәмғиәттә синфи көрәш, ярлы һәм бай ҡатлам араһында ҡапма-ҡаршылыҡ киҫкенләшә башлағаны асыҡ күренә.
1996 йылдың йәйендә атайым романды тулыландырыу эшенә тотонғайны. Был ваҡытта әсәйем Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы менән Баймаҡта ял итәләр ине. Атайым, ниңәлер, Талҡаҫ күле буйында һәр саҡ илһамланып эшләй торғайны. Ҡулъяҙманан күренеүенсә, ҡайһы бер көндәрҙә уның яҙғаны 20–25 бит тәшкил итте. Был эшен 1997 йылдың 14 июлендә, үлеменә бер ай ғына ваҡыт ҡалған саҡта, тамамланы. Үкенескә ҡаршы, атайыма яҙғанын төҙәтеп, рәткә килтереп, баҫмаға әҙерләп сығарырға насип булманы. Бына, ниһайәт, уның өсөнсө романы, трилогияның һуңғы китабы “Ирәндектең күкһел томаны” исеме менән “Ағиҙел” журналының быйылғы 8-се, 9-сы һандарында донъя күрҙе.
Рамазан Өмөтбаевтың һәр әҫәре тыуған ауылы Әлмөхәмәт һәм уның кешеләренә бағышлана. Персонаждар — ҡәҙимге ауыл кешеләре, араларында тарихи шәхестәр ҙә осрай. Мәҫәлән, Ғәбделманнап хәҙрәт. Бер һүҙ менән әйткәндә, яҙыусы ғүмер буйы тыуған төйәгенең тарихын яҙҙы. Уның романдарын тулы мәғәнәлә “роман-хроникалар” тип атап булалыр. Был эште йәштәр ҙә дауам итер, тигән өмөттә ҡалам.
Трилогияның төп геройы Абдрахман Игебаев — тура һүҙле, көслө рухлы, ауырлыҡҡа бирешмәҫ ир-егет. Уға автор 1944 йылда Венгрияның Балатон күле эргәһендәге Кечкемет ҡалаһында батырҙарса һәләк булған балалыҡ дуҫы, класташының исемен биргән. Кем белә, һуғыш булмаһа, Абдрахман Ғәлиәкбәров шундай уҡ ҡурҡыу белмәҫ, бер кем алдында бил бөкмәгән ир-азамат булып данланыр ине.
Трилогияның төп геройҙары ла — ысынбарлыҡта йәшәгән кешеләр. Уйылдан ҡарт, Сәбилә ҡарсыҡ образында яҙыусының ата-әсәһе Ғимран Ғайзулла улы менән Фәғилә Хаким ҡыҙын еңел танырға була. Шулай уҡ Сафыя һәм Мөхәммәтнур (романда исемдәре аҙ ғына үҙгәртелгән) — икеһе лә Әлмөхәмәт ауылыныҡы, заманында комсомолға иң беренселәрҙән булып ингән, аслыҡ, яланғаслыҡ булыуына ҡарамаҫтан, яңы тормошҡа ынтылған ихлас кешеләр. Ҡараңғыға хәтлем эшләп, төндәрен концерт, спектакль ҡуйып йөрөгән, муллаларға, байҙарға ҡаршы көрәшкән колхоз эшсәндәре хаҡында хәҙерге тормош күҙлегенән сығып төрлө фекер йөрөтөргә мөмкин. Ни генә тимә, улар партияға ысын күңелдән ышанған быуын ине шул.
Әйткәндәй, быйыл Әлмөхәмәт ауылында комсомол ойошмаһы булдырылыуға 85 йыл тулды. Ауылдың иң тәүге комсомол ағзалары — Мөтиғулла Өмөтбаев, Шәйхислам Туғанбаев, Сабирйән Сырлыбаев, Ғәлихәйҙәр Рәхмәтуллин, Сафыя Өмөтбаева, Нурмөхәммәт Өмөтбаев, Ғәфүр Бараҡов. Ячейканың тәүге секретары — Сөләймән Заманов. Комсомолдарҙың күбеһе Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡала, бер нисә кешегә генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була. 1970 йылдар аҙағында элекке комсомолдарҙан дүртәү иҫән ине әле. Әле икәүһе — Йәмилә Ҡустыбаева (Өмөтбаева) менән һуғыш ветераны Хәмитйән Сырлыбаев Әлмөхәмәт ауылында йәшәй.
Рамазан Өмөтбаевтың тарихҡа ҡарата ҡарашы, заманалар үҙгәреп торһа ла, шул килеш ҡалды. “Һуңғы ваҡытта үткәнебеҙҙе ҡәһәрләгәндәр күбәйеп китте. Нисек кенә булмаһын, был — беҙҙең тарих, оло ҡыйынлыҡтар, ҙур ҡорбандар аша артылған үрҙәр. Быларҙы тормошобоҙҙан һис кенә лә юйып ташлап булмай. Октябрь революцияһынан башлап йәмғиәтебеҙ, шул иҫәптән әҫәрҙә һүҙ барған төбәктә лә, ошо ауыр һуҡмаҡ аша атлаған. Китапта бармаҡ осонан һурып сығарылған бер ниндәй хәл-ваҡиға юҡ, барыһын да халыҡ үҙ иңендә кисергән...” Рамазан Өмөтбаевтың тәүге романына ҡарата әйтелгән һүҙҙәре менән ризалашмау мөмкин түгел.
Рауил Өмөтбаев,
журналист.


Вернуться назад