Ҡағыҙ йыйып, ағастарҙы ҡотҡарайыҡ08.12.2011
Башҡортостандың “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы иғлан иткән “Ҡағыҙға – икенсе ғүмер” акцияһы барышында баш ҡаланың Ленин районында белем алыусы мәктәп уҡыусылары 8,5 тонна макулатура йыйған. Ошо көндәрҙә улар ҡағыҙ йыйыу буйынса эстафетаны Октябрь районына тапшырҙы.
Үткән айҙа башланған был ярышта баш ҡаланың һәр мәктәбе ҡатнаша ала. Бер тонна макулатура дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай икән. Ә был биш ҙур ҡарағай тигән һүҙ. Тимәк, мәктәп уҡыусылары 60-тан ашыу ағасты һаҡлап алып ҡалған.


Вернуться назад