Һаумы, ҡорҙаш!25.09.2012
Һаумы, Өлгөрбай ҡорҙаш! Тағы ла йөрөп ҡайттыңмы? Сәйәхәтең уңышлы булдымы? Ҡарап торам да, бер ҙә бирешмәйһең. Һаман да шул йөрөүең — йөрөү, яҙыуың — яҙыу... Шулай булырға тейеш тә, Өлгөрбай Тиктормаҫов! Был исемде һин тиктәҫкә генә йөрөтмәйһең.
Беҙҙең бергә эшләй башлаған саҡтарҙы хәтерләйһеңме? Нисек онотмаҡ кәрәк тиһең инде, ә? Дөрөҫ. Онотоп булмай шул. Яңы кешеләр, яңы коллектив. Һәр кемдең — үҙ холҡо, үҙ тәбиғәте, үҙ мәйеле. Һәр шәхес — үҙе бер донъя. Ошо төрлө-төрлө халыҡ — һине, һин уларҙы күҙәтәһең, өйрәнәһең. Йәшерен-батырын түгел, ижад ялҡыны менән янып эшләгән берҙәм, татыу коллективҡа килеп юлыҡтың һин, Өлгөрбай ҡорҙаш.
Һинең эшләй башлаған тәүге көнөң бер ҙә күҙ алдымдан китмәй. Ғәҙәттәгесә планерка бара ине. Әҙәби хеҙмәткәрҙәр, бүлек мөдирҙәре йыйылған. Гәзиттең алда сығасаҡ һанында теге бүлек тә, быныһы ла үҙенә күберәк урын бирелеүен даулай.
Планлаштырыу бөттө, дүрт биттең дә макеты раҫланды. Ләкин таралышмайбыҙ әле, сөнки эш бөтмәгән. Рәссам Шамил Чанышев һүҙ ала. Ул мөхәрририәт тапшырған заданиеның үтәлеүен әйтә. Ниндәй йөкләмә икәнлеген барыбыҙ ҙа белгәнлектән, төпсөнөп тормайбыҙ. Яңы хеҙмәткәр — һинең менән тиҙерәк танышырға теләйбеҙ. Һин һәр беребеҙгә оҡшайһың. Килмәгән ерең юҡ. Есемең исемеңә тап килә.
Фекер алышҡанда, кемдер, Ғәли Шәрипов буғай, Өлгөрбай Тиктормаҫовты тап ошо ҡиәфәттә күрергә уйлағанын белдерҙе. Уға бүтәндәр ҡушылды. Һүрәтеңде Шамил Чанышев бик килештереп эшләгәйне шул. Шуға күрә ул һүрәтең нисәмә йыл буйы гәзитте биҙәп, уның үҙенә күрә бер эмблемаһы булып, баҫылып сығып тора.
Инде исемеңә туҡталһаҡ, уны башлап кем тапҡандыр, өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Бәлки, шул уҡ Ғәли Шәриповтыр — ул, мәрхүм, ундайға маһир ине. Бәлки, Файыҡ Мөхәмәтйәновтыр йәки Рәми мәрхүм Ғариповтыр, йә булмаһа Әмир Гәрәевтер, бәлки, Мирза Мостафиндыр. Әллә, юҡ, белмәйем. Тик шуны ғына әйтә алам: һин беҙҙең араға килеп кергән осорҙа редакцияла эҙләнеү, яңылыҡ рухы көслө ине.
Материалдарға исем ҡуйыу өҫтөндә баш ватыуыбыҙ, моғайын, иҫеңдәлер әле. Үҙең белмәгән ни бар, мәҡәләнең исеме тапҡыр, йыйнаҡ, оригиналь булырға, уҡыусыны арбап, ылыҡтырып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торорға тейеш. Әгәр ҙә ул йылдарҙа сыҡҡан гәзит төпләнмәләрен аҡтарып ҡараһаҡ, беҙ бик уйлап ҡуйылған атамаларҙы күрербеҙ. Береһе өндәй, оран һала, икенсеһе кәңәш бирә, өсөнсөһө шиғыр юлдары менән иғтибарыңды тарта. Иң мөһиме — әлбиттә, материал йөкмәткеһенең уҡымлы булыуы. Сүлмәккә ни һалһаң, сүмескә шул сыға тигәндәй, материалдың эстәлеге уның исемен дә билдәләй.
Шулай итеп, һин, Өлгөрбай ҡорҙаш, буй-һының менән дә, исемең менән дә редакция талаптарына яуап биреп, ризалығын алып, Башҡортостанды байҡарға сығып китәһең.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине ул дәүер. Райондар бөткәйне, теге йәки был ойошманы табыр, кәрәкле түрә-ҡара менән гәпләшер өсөн һиңә йәме-ҡото киткән, буп-буш булып ҡалған элекке район үҙәктәрен үтә-үтә, ер аяғы-ер башына барырға тура килә ине. Колхоздарға килһәң, улар ҙа берләшеп, ғәйәт ҙур колхоздар барлыҡҡа килгәйне йәки унары-унары менән бер совхоз булып киткәйне. Етәкселектең тормоштан алыҫлашыуы арҡаһында, урындағы хәлде төплө белгән кеше юҡ ине ул сыуалсыҡ заманда. Ахыр килеп, ошо волюнтаристик һәм субъектив ҡараш хөкөм һөргән көндәргә лә сик ҡуйылды. Унан һуң күп тә үтмәне, үҙенең күңелһеҙ эҙемтәләре менән торғонлоҡ осоро башланып китте.
Һинең, Өлгөрбай ҡорҙаш, һәр ваҡыт эшең муйындан булды. Тегендә лә етешһеҙлек, бында ла етешһеҙлек. Шуның өсөн ялыу ҙа яуа. Бигерәк тә донъя кәрәге хаҡында йыш яҙалар ине. Әҙәм балаһының, мәҫәлән, берәй белешмә-маҙар өсөн генә лә бармаған ере, асмаған ишеге ҡалмай торғайны. Бюрократизмға, волокитаға иң йәтеш, иң уңайлы шарттар тыуҙырылғайны шул. Юлға саҡырған һәр бер зар-моң артынан һин, күҙлегеңде танауыңа эләктереп, эшләпәңде япырайтып кейеп алыр инең дә, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ғәййәрләнеп сығып китер инең. Бәғзе бер мәрхәмәтле кешеләр һине йәлләп тә ҡуя торғайны. Беҙҙең яҡлаусыбыҙ Өлгөрбай Тиктормаҫов ни өсөн һуң ҡышын да эшләпәһен һалмай икән? Бүрек алырға хәленән килмәһә беҙ йүнен күрер инек: йә һатып алыр инек, бик булмаһа, берәй затлы йәнлек тиреһенән үҙебеҙ бынамын тигән ҡолаҡсынлыһын тегеп бирер инек. Ошондай үтенес белдереп, Белорет, Бөрйән, Йылайыр яҡтарынан редакцияға хаттар килгәне булыр.
Белеп тор, Өлгөрбай ҡорҙаш, күрһәткән хеҙмәтеңә халыҡтың биргән баһаһы был. Ләкин мин һиңә, күҙеңә тура ҡарап, шуны әйтергә тейешмен: һин күберәк ыбыр-сыбыр араһында ураландың, уларҙы ғына, ҡолаҡтарынан һөйрәп, ил алдына сығарып баҫтырҙың. Рангтар исемлегенән сығып ҡарағанда һинең, күп тигәндә, бригадирға ғына тешең үтә алды. Ҡалғандарыңа ҡөҙрәтең дә, батырлығың да етмәне. Бының өсөн һине ғәйепләп булмай, әлбиттә. Тәнҡит һәм үҙ-үҙеңде тәнҡитләү тигән һүҙ ҙә бар ине. Тик ул төшөнсә аҙ-маҙ ғына ҙурыраҡ, яуаплыраҡ урын биләгән башлыҡтарға ҡағылманы. Тора-бара шуға барып еттек, ғөмүмән, етешһеҙлек тураһында яҙыу яҙыҡ һанала башланы. Йәнәһе, совет ысынбарлығы боҙоп күрһәтелә, уға ҡара яғыла, яманаты һатыла.
Ошо уңай менән Рәйес Низамовты иҫкә төшөрөп үтәйек әле. Ул Дыуан зонаһында гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән сағында яҙған бер әҙәби әҫәрендә ат менән ер һөргән колхозсыны тасуирлай. Аты арыҡ, ҡамыт-ыңғырсағы иҫкергән, арҡалығы йүкә. Крәҫтиәндең өҫтөндә лә хөрт: биле йүкә менән быуылған һәләмә сәкмән, аяғында тишек сабата. Торғаны бер байғош.
Ошо эпизод тормошто боҙоп күрһәтеү итеп баһаланып, гәзиткә шелтә һүҙҙәре ишетергә тура килде. Кеше әйтеп, кеше ышанмаҫлыҡ хәл! Әммә факт. Ә бит һүҙ һуғыштан һуңғы ауыр йылдар тураһында бара. Бөлгөнлөктә йәшәүҙе ни выжданың етеп шымартып, ялтыратып тасуирламаҡ кәрәк?! Хәйер, кәкре-бөкрөнө төҙ итеп күрһәтеү, һәр нәмәне ыңғайына һыйпау, белмәмешкә-күрмәмешкә һалышыу тәрәнгә киткәйне шул.
Бөгөн эш башҡаса. Аҡты аҡ, ҡараны ҡара тип ауыҙ тултырып әйтеп була. Бер ни ҙә, бер кем дә (ниндәй вазифа башҡарыуына ҡарамаҫтан) тәнҡиттән ситтә ҡала алмай.
Һиңә, Өлгөрбай ҡорҙаш, юл асыҡ. Ике ҡулыңда һинең ике ҡеүәтле ҡорал: береһе — демократия, икенсеһе — билдәлелек. Халыҡҡа, уның власына таянып, һин үҙгәртеп ҡороу дошмандары менән ҡыйыу алыша алаһың. Заман менән бергә атларға теләмәүселәр, яңылыҡҡа аяҡ салыусылар күп әле. Ундайҙарҙың боҙоҡлоғон ҡурҡмай-өркмәй фашлап, халыҡҡа белдереп барырға тейешһең.
Тағы ла бер кәңәшем шул: зинһар, ярты юлда туҡтап ҡалма. Башлаған эшеңде аҙағынаса алып барып еткер. Кәрәк икән, яҙғаныңа ҡабат әйләнеп ҡайт. Һин бит ғәҙеллек көрәшсеһе!
Тик тороуҙы ла, ҡартайыуҙы ла белмәҫ кешеһең, Өлгөрбай ҡорҙаш, сөнки һин — дөйөмләштерелгән образ. Редакциялағы һәр бер журналист һинең ҡиәфәтеңә инеп һинең исемеңдән һөйләй. Һин булып яҙыр өсөн өлгөрөргә лә, тик тормаҫҡа ла тейеш. Йылғырлығыңдың һәм ҡартаймауыңдың сере бына шунда, Өлгөрбай ҡорҙаш.
Һине эшкә ҡабул итеп, ҡулыңа редакция танытмаһы тоттороп, тәүге тапҡыр юл-сәфәргә оҙатып ебәргән элекке баш мөхәррир
(“Совет Башҡортостаны”, 1988 йыл, 17 февраль).
Вәли НАФИҠОВ.


Вернуться назад