Сабыйҙар күберәк тыуа08.12.2011
Республикала йыл башынан 40 023 бала тыуған. Шуларҙың 20 622-һе – малай, 19 401-е – ҡыҙ. Улар араһында һигеҙ өс игеҙәк, 382 игеҙәк тыуған. Уртаса алғанда, әсәләр 27 йәштә, балаларҙың буйы – 52,15 сантиметр, ауырлығы – 3,34 килограмм.
Биш йыл элек “Бала табыу сертификаты” программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып республикала тыуым арта. Уға тиклем йылына 42 мең сабый тыуһа, программа ҡабул ителгәс, йылына 55 мең сабый донъяға ауаз һала. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй.


Вернуться назад