Балалар яратҡан тап ошо жанр менән Башҡортостан юлдаш телеканалы етди темаларҙы күтәрмәксе.
Телевидениела яңы сезон һәр ваҡыттағыса көҙ башлана. Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, уларҙың каналы ла был йоланан ситләшмәгән: яңы сезонда беҙҙе бик күп ҡыҙыҡлы тапшырыу көтә. Проекттарҙың береһе — “Әкиәт №...” тапшырыуы. Уның тураһында “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының махсус проекттар буйынса директор урынбаҫары, “әкиәтле” тапшырыуҙың етәксеһе Азамат Сәйетов һөйләне:
— Башҡортостан юлдаш телеканалында яңы сезон “Тоҡанырға ваҡыт” тигән слоган аҫтында үтәсәк. “Әкиәт”тең беренсеһе сезон башланыуҙан саҡ ҡына алдараҡ сығасаҡ. Сәбәбе: репортерҙар күтәргән тема — республика бюджеты өсөн бик көнүҙәк.
Тапшырыуға килгәндә, ул оҙаҡ ваҡытты алмай: ни бары 13 минут дауам итәсәк. Унда төрлө видео-яҙмалар, мультипликация файҙаланыла. Әкиәттәрҙе яңылыҡтар хеҙмәте репортеры Руслан Кәримов һөйләйәсәк, ҡуйыусы режиссер һәм ҡыҙыҡлы анимациялар уйлап табыусы — Марат Абдюшев.
Тапшырыуҙың беренсе сығарылышы 23 сентябрҙә, киске “Аҙна йомғаҡтары” тапшырыуынан һуң күрһәтеләсәк. БЮТ беҙҙе төнгә ҡарай өлкәндәр өсөн әкиәт тыңларға саҡыра!
Ә. ИЛДУСОВА.