Заманыңдың булдыҡлы ҡыҙы инең...22.09.2012
Заманыңдың булдыҡлы ҡыҙы инең...Наилә Хажи ҡыҙы менән мәңгелеккә айырылышыуыбыҙға теүәл бер йыл үтте. Ул беҙҙең өсөн ҡәҙерле әсәй һәм аҡыллы өләсәй, иғтибарлы тормош иптәше, дуҫ һәм серҙәш тә булды.

Дәһшәтле һуғыш эҙемтәләрен кисергән, әсәһенең апаһы һәм еҙнәһе ғаиләһендә тәрбиәләнгән ҡыҙҙың ныҡышмалылығына, ҡыйыулығына иҫ китерлек. Ете йыллыҡ мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән тамамлап, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына ҡыҙыл диплом алған ҡыҙға Ленинград педиатрия институтына йүнәлтмә бирәләр. Әммә дыуамал йәшлек үҙенекен итә: Наилә көтмәгәндә ғашиҡ була, һәм йәш ғаилә тормош иптәшенең эш урынына — Көньяҡ Ҡаҙағстанға килә. Дүрт йылдан һуң улдары менән өсәүләп Өфөгә ҡайталар.
Наилә Хажи ҡыҙы тәүҙә Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының 8-се неврология бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эш башлай. Аҙаҡ юғары уҡыу йортон тамамлай, өлкән шәфҡәт туташы, клиник-диагностика лабораторияһының табип-лаборанты итеп үрләтелә. Профессиональ йәһәттән дә, йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәтеүселәрҙең береһе булараҡ та ҙур абруй яулай ул. Оҙаҡ йылдар буйы республика клиник дауаханаһының профсоюз комитеты рәйесе вазифаһында коллективтың социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүгә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Уның холоҡ-фиғелендәге бөтөнлөк, принципиаллек, һүҙҙә тороусанлыҡ, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеү оҫталығы, ярҙамсыллыҡ республиканың медицина йәмәғәтселегендә лә юғары баһаланды. Ошонда 46 йыл эшләү дәүерендә ул ғәйәт ҙур үҙгәрештәрҙең шаһиты һәм мөһим сараларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнашыусы булды.
Тормошта уның ғаиләнән һәм яратҡан хеҙмәтенән тыш йәшәүгә көс һәм дәрт биргән башҡа шөғөлө булманы кеүек. Әле лә хәтерләйем: дауахана биләмәһенә аяҡ баҫыу менән ул нисектер ҡанатланып, үҙгәреп китә торғайны. Хеҙмәттәштәре саф күңелле, изгелекле остазын йылылыҡ менән бөгөн дә иҫкә ала, яҡты хәтерен йөрәк түрендә һаҡлай. Дауаханала Наилә Хажи ҡыҙына арналған иҫтәлекле таҡтаташ асылған. Уның ярҙамы һәм тырышлығы менән тулыланған музейҙа ла ҡәҙерле кешебеҙ өсөн мөйөш булдырылыуы һөйөнөслө. Балҡып торған фотоһүрәте янына ике альбом ҡуйылған, уларҙың береһен — яҡындары, икенсеһен хөрмәт иткән коллективы әҙерләгән. Ошо альбомдарға Наиләбеҙ — яҡты нурыбыҙҙың 70 йыллыҡ тормош миҙгеле, уңыштары, һөйөнөстәре һыйған. Яғымлы, ҡояштай балҡыған йөҙ, йондоҙҙай янған ҡара күҙҙәр, һәммәбеҙҙе хайран иткән һөйкөмлөлөк, бай рухи донъя, эске матурлыҡ... Был күркәм сифаттарҙың барыһы ла уға хас ине.
Ғәҙелһеҙлекте өнәмәүе, зирәклеге, отҡорлоғо менән иптәштәренең абруйын яуланы, үҙе лә хеҙмәттәштәре менән сикһеҙ ғорурланып йәшәне. Йыр-моңға мөкиббән, нескә күңелле Наиләбеҙҙең балаларына, ейәндәренә, бүләләренә һәм туғандарына булған тәрән мөхәббәтен һүрәтләү өсөн бер мәҡәлә генә етмәҫ тә.
...Альбомдың һуңғы битен яптыҡ. Кеше ғүмере күҙ асып йомған аралай ғына икән дә баһа. Илле йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән гүзәл мәл беҙҙең иң бәхетле ғүмер миҙгеле булған бит.
Күңелебеҙ менән һаман ҡәҙерле кешебеҙҙе юҡһынабыҙ, юғалтыу ҡайғыһы һис таралмаҫ, уның менән йәнә осрашып элеккеләй аралашыу хыялына ышаныс та һүнмәҫ-һүрелмәҫ кеүек. БАССР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ветераны Наилә Өмөтбаева үҙ заманының күренекле шәхесе, фиҙаҡәр хеҙмәте һәм күркәм холҡо менән күптәрҙең күңел түрен яулаған башҡорт ҡыҙы ине...
Вил ӨМӨТБАЕВ.


Вернуться назад