Йондоҙнамә. 24 — 30 сентябрь22.09.2012
Планеталар "Ҙур Тәре" көсөргәнешле конфигурацияһына ойоша башлаясаҡ. Унда Ай, Марс, Венера, Нептун ҡатнаша. Был яҡынлашып килгән ҡыйынлыҡтарҙы күрмәүегеҙ хаҡында иҫкәртә. Хаталар өсөн яуап бирергә тура килер, әммә бирешергә ярамай. Мөхәббәттә лә ҡаршылыҡтар тыуыр. Юҡ-барҙан бәхәс сығыуы, үпкәләшеүегеҙ бар. Аварияларға осрау, йәрәхәтләнеү ихтималлығы көсәйә, шуға күрә күп кеше йыйылған урындарҙа һаҡ булығыҙ.
Дүшәмбе һөнәри йәһәттән бик үк уңышлы булмаҫ. Ниәтегеҙ тормошҡа ашҡан хәлдә лә, һөҙөмтә шатландырмаҫ. Шишәмбе сәйәхәткә юлланырға мөмкин. Шаршамбы – буш көн. Кесе йома тик үҙ фекерегеҙгә генә таянып эш итеүегеҙ ҡаршылыҡ тыуҙырыр. Йома йорт эштәре менән булыу уңышлы.
Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)
Аҙна маҡсаты – уйлағанды тормошҡа ашырыу. Тендерҙа ҡатнашһағыҙ – еңегеҙ. Яңы тауар тәҡдим итәһегеҙ икән – уңышлы һатығыҙ.
Буға
(21.04 – 21.05)
Хеҙмәттәшлек шарттарын ҡайтанан ҡарай торған мәл етте. Хәйер, был шәхси тормошҡа ла ҡағыла.
Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)
Күптән күрмәгән таныштарығыҙ менән осраша торған мәл. Әлегә бер файҙа күрмәһәгеҙ ҙә, артабан был аралашыуҙың әһәмиәтен тойорһоғоҙ.
Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)
Ҡатмарлы аҙна. Күпме генә тырышһағыҙ ҙа, барыһына ла барыбер өлгөрмәҫһегеҙ. Тик быны башҡаларға аңлатыу ҡатмарлы.
Арыҫлан
(24.07 – 23.08)
Яңғыҙлыҡтан ҡасығыҙ. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуығыҙ булған кеше менән аралашырға тырышығыҙ.
Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)
Финанс мәсьәләһен хәл итә торған осор түгел – күңелһеҙ хәлгә тарырһығыҙ. Уйлап һөйләгеҙ.
Үлсәү
(24.09 – 23.10)
Ни менән шөғөлләнһәгеҙ ҙә, һөҙөмтә булмаҫ. Көнкүреш мәсьәләләре өҫтөнлөк итер. Арынығыҙмы? Ял көндәрендә байрам ойоштороғоҙ.
Саян
(24.10 –22.11)
Әлегә бер кемгә лә мәғлүм булмаған эш менән шөғөлләнергә мөмкин. Миҫал өсөн, резюме төҙөгөҙ, ҡыҙыҡлы эш эҙләгеҙ. Бәлки, роман яҙырға тотонорһоғоҙ.
Уҡсы
(23.11 – 21.12)
Ҡиммәтлек сифат билдәһе түгел – арзаныраҡ тауар һәм мөмкинлек эҙләгеҙ.
Ылаҡ
(22.12 – 20.01)
Барлыҡ консерватив сифаттарығыҙ асылыр. Яҡындарығыҙ һеҙҙе яңы сарала ҡатнашырға йәки яңы кешеләр менән танышырға өгөтләй алмаҫ.
Һыуғояр
(21.01 – 19.02)
Финанс яңылыҡтары шатландырыр. Ҡунаҡтар менән мәшғүл булырһығыҙ.
Балыҡ
(20.02 – 20.03)
Мөһим мәсьәләне ата-әсәгеҙ йә иһә етәксегеҙ ярҙамында ғына хәл итеп булыр.
Өмөтбикә.