Ҡотлайбыҙ!22.09.2012
Ҡотлайбыҙ!Баҡса-ҡырҙарҙа, ерҙә, күктә бөгөн — муллыҡ, байлыҡ тантанаһы. Тап шундай күркәм осорҙа Өфө ҡалаһында туй гөрләй — ике йәш йөрәк ҡауышыу көндәрен тантана итә. Ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙ Лилиә Шакированы һәм тормош юлдашы Илдар Заһиҙуллинды законлы никахтары менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Хөрмәтле Лилиә һәм Илдар! Бөгөн һеҙҙең йәшлек миҙгелендә, ғүмер юлында, бер генә була торған иң шатлыҡлы, иң бәхетле, һоҡландырғыс көнөгөҙ. Ошо тәүге матур ғаилә байрамығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә пар аҡҡоштарға хас тигеҙ мөхәббәт теләйбеҙ. Былбылдар кеүек һайрашып, күгәрсендәй гөрләшеп, бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, оҙон-оҙаҡ татыу һәм бәхетле йәшәгеҙ. Күҙҙәрегеҙҙән күҙҙәрегеҙ, ҡулдарығыҙҙан ҡулдарығыҙ айырылмаһын. Ҡояштай балҡыған бөгөнгө йөҙҙәрегеҙ һәр ваҡыт ошолай янһын. Уртаҡ мөхәббәт усағын әле берегеҙҙең, әле икенсегеҙҙең күңел ҡуҙы һаман-һаман ялҡынлатып торһон. Һыуһағанда бер-берегеҙ өсөн йәшәртеүсе, йәшәтеүсе тере шишмә булығыҙ, бер йүнәлештә, һәр саҡ бергә булһын атлар юлығыҙ. Баш осондағы күк йөҙө аяҙ, зәңгәр булһын, бер-берегеҙҙе яратып, хөрмәтләп оҙаҡ ғүмер итергә, ҡартлыҡ көнөгөҙгә тиклем шатланып, шау-гөр килеп йәшәргә яҙһын. Өйөгөҙҙә йәмләп, мөхәббәтегеҙҙең татлы емештәре булып, бер-бер артлы ул һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуып торһон. Бәхетле булығыҙ!

Эй, ғүмерҙең ҡабатланмаҫ мәле,
Күпме сафлыҡ һеҙҙә, тоғролоҡ!
Ошо бер мәл ғүмер юлығыҙҙа
Булһын мәңге балҡып торорлоҡ.

Туйҙар булһын тағы, күп-күп туйҙар,
Өй туғыҙ, бәпес туйығыҙ.
Ҡыҙҙар биреп, улдар өйләндереп,
Килеп етһен алтын туйығыҙ.

Иң изге теләктәр менән
“Башҡортостан”дар.


Вернуться назад