Күгәрсен районының Ураҡай ауылында тыуған, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ Ҡаҙарғолов Мирхәт Закир улын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
50 йәш — ир-ат өсөн тормош тәжрибәһе туплаған бер ваҡыт ул. Ҡәҙерле улыбыҙ эшкә уңған, белемгә ынтылыусан, ата-әсәһенә, туғандарына ярҙамсыл булып үҫте. Әле лә һынатмай: эшендә — тырыш һәм хөрмәтле хеҙмәткәр, ғаиләһендә — ышаныслы ғаилә башлығы, балаларына — хәстәрлекле атай һәм ҡартатай.
Ул тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса “Ҡала округының алдынғы муниципаль хеҙмәткәре” номинацияһында беренсе урынды яуланы.
Улар киленебеҙ Райхана Шамил ҡыҙы менән 30 йылдан ашыу иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта һәм хөрмәттә донъя көтә. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, ҡәҙерле ҡартай һәм ҡәрсәй булыуҙарына ҡыуанып, Рәйес улы менән килене Наиләгә ейәне Батырханды тәрбиәләргә ярҙам итәләр.
Рәйес һәм ҡыҙҙары Гөлфиә юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап эшләп йөрөй, ә бәләкәй ҡыҙҙары Әлфиә — мәктәп уҡыусыһы.
Бөгөнгө иҫтәлекле көнөңдә, ҡәҙерлебеҙ, һиңә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, көслө рухлы, оло йөрәкле, кешелекле, ярҙамсыл булып, йөҙөңдән беҙ яратҡан йылмайыуҙың бер ҡасан да китмәүен теләйбеҙ.
Һиңә киләсәктә лә киленебеҙ Райхана Шамил ҡыҙы менән бергә иңгә-иң терәп, татыулыҡта бәхетле ғүмер итеп, атай-әсәйеңә, балаларыңа, ейәнеңә, һылыуыңа, уның балаларына һәм шулай уҡ башҡа туғандарыңа ныҡлы терәк-таяныс булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысын күреп йәшәргә насип итһен.
Бәхетле бул, улым, оҙаҡ йәшә,
Күҙҙәреңдең нуры һүнмәһен.
Аҡыллы һәм тәүфиҡлы бул, улым,
Ҡайғы-хәсрәт бер ҙә күрмә һин!
Иң изге теләктәр менән:
атайың, әсәйең, тормош иптәшең Райхана, балаларың Рәйес, Гөлфиә, Әлфиә, киленең Наилә, ейәнең Батырхан, һылыуың Гөлнара, кейәүең Рафаил, уландарың Динислам, Искәндәр, Рамаҙан.