Берәү, мине һайлаһағыҙ, шуны эшләрмен, быны хәл итермен, тип йөрөп-йөрөп тә, депутатлыҡҡа үтә алмағас, бик ныҡ ҡайғыра. Дуҫы осратып, хәл-әхүәлен һорашҡас:
— Ҡуй, һорама ла инде, насар, – ти.
— Нисек инде насар? Вазифаң һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел шикелле.
— Депутатлыҡҡа үтә алманым бит, – ти ул, иларға етешеп. – Депутат булып китһәм, балаларҙы ҡарармын, уландарыма фатир алып бирермен тип уйлағайным, килеп сыҡманы, үтә алманым, – тип хәсрәтен һөйләй.
Илдар ХАЖИЕВ.
Тәтешле районы.